

- Башҡортостан игенселәре иген культураларын урып-йыйыуға тотондо, - тип яҙҙы төбәк етәксеһе үҙенең сәхифәһендә. - Эштәр инде 96 мең гектарҙа – ошо культуралар биләгән майҙандарҙың өстән бер өлөшөндә тамамланған. Яңы уңыштан 351 мең тонна иген һуғып алынған. Гектарынан уртаса 39 центнер уңыш йыйыла – яҡшы күрһәткес! Алдынғылар иҫәбендә – Стәрлетамаҡ, Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы райондары.
Хеҙмәтсәндәребеҙҙең эше әле алда күп. Сиратта – борсаҡ, арпа, яҙғы бойҙай, майлы культуралар.
Республиканың бөтә аграрийҙарына ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Барлыҡ ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, улар лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтә. Бынан, һис тә арттырмай әйтәм, беҙҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тора.
Фото һәм видео: https://vk.ru/wall413272232_1586975