Йәнтөйәк
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
29 Июля , 09:45

Унлар батыры менән ғорурланабыҙ

Әнүәр Әхмәтғәлиев — ике тапҡыр көрәш буйынса донъя чемпионы.

Унлар батыры менән ғорурланабыҙУнлар батыры менән ғорурланабыҙ
Унлар батыры менән ғорурланабыҙ

 

Һәр районда сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барған, үҙенең  уңыштары менән торған ерен генә түгел, республиканы ла данлаған һәләтле йәштәр бар. Ике тапҡыр көрәш буйынса донъя чемпионы булған Әнүәр Әхмәтғәлиев шундай шәп егеттәрҙең береһе.

Әнүәр Яңы Аҡбүләк ауылында Әнфисә һәм Алмаз Әхмәтғәлиевтар ғаиләһендә донъяға килә. Хәлил урта мәктәбендә белем алғас, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында уҡыуын дауам итә. Бала саҡтан спорт менән мауыға, атаһынан күреп, айырыуса милли көрәш менән ҡыҙыҡһына.

— Спортҡа һөйөүҙе атайым тәрбиәләне. Үҙемде белгәндән алып көрәш менән мауығам. Атайым  был спорт төрөнөң барлыҡ нескәлектәрен өйрәтте.  Уның көсәйтелгән күнекмәләре мине нығытты, еңеүҙәргә дәртләндерҙе, ихтыяр көсөн арттырҙы. Был милли спорт төрөн һайлағаныма бер ҙә үкенмәйем, киреһенсә, был йүнәлештә артабан да үҫешәсәкмен, — тип һөйләне  спортсы егет.

— Улдарым Әнүәр һәм Илназ менән ғорурланам, — ти ғаилә башлығы Алмаз Мансур улы. — 10 йылдан ашыу Әнүәр ағаһы менән  көрәш келәменән төшмәне, һәм бына сираттағы һөҙөмтә. Июнь аҙағында Ҡазанда  үткән көрәш буйынса XV донъя чемпионаты һәм беренселегендә үҙ ауырлыҡ категорияһында  улым йәнә чемпион булды!   Әнүәрҙең тәүге еңеүен хәтерләйем: 2014 йылда Иҫке Аҡбүләк ауылында Фәрит Ниғмәтов иҫтәлегенә ойошторолған көрәш буйынса турнирҙа еңеү яуланы. Ул саҡта уға ни бары алты йәш ине. Ә республика кимәлендә келәмгә тәүге сығыуы мәктәп уҡыусылары араһында республика беренселеге булды. Бына ошо еңеүҙәр уны артабан да уңыштарға сәмләндерҙе һәм  көс бирҙе.

Ҡазанда үткән донъя чемпионаты бик көсөргәнешле була. Унда  32 илдән 300-ҙән  ашыу спортсы ҡатнаша.  Дүрт көн барған  ярышта Рәсәй һәм сит илдәрҙең тәжрибәле белгестәренән торған судьялар коллегияһы ҡағиҙәләрҙең үтәлешен ҡәтғи күҙәтә. Ярыштың беренсе көнөндә келәмгә йәш спортсылар сыға. Беҙҙең Ҡариҙел батыры  Әнүәр Әхмәтғәлиев, техниканы феноменаль белеүен генә түгел, ә ҡаҡшамаҫ характерын да күрһәтеп, 65 килограмм ауырлыҡ категорияһында юниорҙар араһында еңеү яулап, ике тапҡыр донъя чемпионы исеменә лайыҡ була! Был ҙур уңыш  Унлар батырының атаһы — тәжрибәле тренер Алмаз Мансур улыны етәкселегендә күп йыллыҡ ныҡышмалы күнекмәләрҙең һәм оҫталыҡтың  һөҙөмтәһе булып тора.

— Ағайыбыҙҙың донъя чемпионы булыуын белгәс, шатлығыбыҙҙан сәпәкәйләп  һикерҙек, — тип һөйләй Әнүәрҙең һеңлеләре Сабина менән Азалия. — Уны ауылда ҙур һәм татыу ғаилә менән ҡаршы алдыҡ, йола буйынса, яңы ҡаҙаныштары тураһында тағы бер тапҡыр һөйләшеү өсөн өҫтәл артына йыйылдыҡ. Беҙ ағайыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Барыбыҙ ҙа һинең менән ғорурлана, Әнүәр!  Һиңә артабан да уңыштар теләйбеҙ. Үҙ миҫалыңда  башҡаларҙы ла сәләмәт тормошҡа илһамландырып, рухландырып йәшә!

Марат Бүләков.

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас