Йәнтөйәк
+20 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
29 Июля , 11:05

Балаһы уҡырға төшәсәк күп балалы ғаиләләр ғаризаны 31 июлгә биреп өлгөрһөн

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә уҡыусы формаһы һатып алыу һәм 1-се синыфҡа барған балаларға яҙыу-һыҙыу кәрәк-ярағы сығымдарын ҡаплау тәртибе раҫланған.

Балаһы уҡырға төшәсәк күп балалы ғаиләләр ғаризаны 31 июлгә биреп өлгөрһөнБалаһы уҡырға төшәсәк күп балалы ғаиләләр ғаризаны 31 июлгә биреп өлгөрһөн
Балаһы уҡырға төшәсәк күп балалы ғаиләләр ғаризаны 31 июлгә биреп өлгөрһөн

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә уҡыусы формаһы һатып алыу һәм 1-се синыфҡа барған балаларға яҙыу-һыҙыу кәрәк-ярағы сығымдарын ҡаплау тәртибе раҫланған.

Хәҙер МФЦ-ла һәм Республика халыҡҡа социаль булышлыҡ үҙәгендә генә түгел, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында онлайн да ярҙам алып була.

Республика Хөкүмәте етәксеһе Андрей Назаров ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы, бынан ары компенсация һәм йыйылмаларҙы таратыу өсөн БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яуаплы. Әлегә тиклем бының менән Мәғариф министрлығы шөғөлләнде.

Мәктәп формаһы өсөн компенсация ике уҡыу йылына бер тапҡыр бирелә. Уға 1–11-се синыфта уҡыған балаһы булған һәм йән башына килеме баланың йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләр хоҡуҡлы.

Уҡыу-яҙыу кәрәк-ярағы тупланмаһы  күп балалы ғаиләләрҙең 1-се синыфҡа төшкән балаларына бирелә. Тупланмаға 22 әйбер – дәфтәрҙәр, тышлыҡтар, көндәлек, ручкалар, ҡәләмдәр, буяуҙар, пластилин, пенал, ранец һәм яҡтыны сағылдырғыс жилет инә. Йыйылманы 1 сентябргә тиклем алырға мөмкин.

Компенсацияға ғаризалар – 1 сентябрҙән 30 ноябргә тиклем, 1-се синыф тупланмаһына 1 майҙан 31 июлгә тиклем ҡабул ителә.

Фото: Олег Яровиков / Башинформ архивы.

Автор:
Читайте нас