Йәнтөйәк
+20 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
29 Июля , 05:45

Бөгөн күсмә стоматология модуле Солтанбәктә эшләй

Асҡын  районында күсмә стоматология модуле эшен дауам итә.

Бөгөн күсмә стоматология модуле Солтанбәктә эшләйБөгөн күсмә стоматология модуле Солтанбәктә эшләй
Бөгөн күсмә стоматология модуле Солтанбәктә эшләй

Уның ярҙамында алыҫ тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр  урында ғына квалификациялы стоматология ярҙамы ала.

 Бөгөн мобиль стоматология кабинеты белгестәре Солтанбәк ауылында эшләй. Бында Сураш ауылы халҡы ла килеп, тештәрен дауалай. Кисә Табаҫҡытамаҡта халыҡты ҡабул итте.

Ике көн эсендә күп кенә ауыл халҡы тикшереү үтте, консультациялар  һәм тейешле дауалау алды.

Иртәгә мобиль стоматология кабинеты Ҡашҡа ауылында эшен дауам итәсәк. Унда күрше тирә  ауылдарҙан да пациенттарҙы ҡабул итәсәк.

 

Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас