

Эҫеләр ялҡыттымы? Аномаль эҫелек яйлап китә. Аҙнаның тәүге яртыһы эҫе буласаҡ, ә һуңынан атмосфера фронты йоғонтоһонда йәшенле ямғырҙар башланасаҡ, республикала температура ҡырҡа түбәнәйәсәк. “Фобос” үҙәге синоптиктары август айында ниндәй һауа торошо көтөүе тураһында һөйләне.
Метеорологтар фаразлауынса, быйыл йәй башҡа аномаль эҫелекте көтөргә кәрәкмәй. 30 һәм 31 июлдә көндәр һалҡынайта. Көндөҙ һауа температураһы +16, +20 градусҡаса түбәнәйә. Ямғыр яуасаҡ.
Август ял көндәрендә башлана. 1 һәм 2 августа һауа температураһы көндөҙ +20 градус билдәһендә була. Шәмбе ямғыр яуасаҡ, йәкшәмбе ҡоро буласаҡ.
3 августан 9-на тиклемге аҙна йәнә йылы булырға вәғәҙә итә, әммә термометр бағанаһы +26, +27 градустан юғары күтәрелмәйәсәк. Төндә һауа температураһы +17,+20 градус тәшкил итәсәк. Бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.
Синоптиктар август аҙағына тиклем ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар менән йылы һауа торошон фаразлай. Ваҡыт-ваҡыт температураның +27, +28 градусҡа тиклем күтәрелеүе менән йылы тулҡындар көтөлә. Әммә +30 градустан юғарыраҡ булмаясаҡ. 19 августан алып ай аҙағына тиклем көн һайын тиерлек ямғыр яуасаҡ.
Фото: Альбина Саяпова.