Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
28 Июль , 10:25

Вәлиевтар балаларының уңыштарына һөйөнөп йәшәй

Рус Байбаҡ ауылында 50 йыл бергә татыу йәшәүсе Әлфинә һәм Ғәсимйән Вәлиевтар ихтирам һәм һоҡланыу уята.

Вәлиевтар балаларының уңыштарына һөйөнөп йәшәйВәлиевтар балаларының уңыштарына һөйөнөп йәшәй
Вәлиевтар балаларының уңыштарына һөйөнөп йәшәй

Оҙаҡ йылдар бергә матур йәшәгән парҙар ғаилә мөнәсәбәттәренең ныҡлығын үҙ өлгөләрендә дәлилләй. Уларҙың татыулығы, бер-береһе хаҡында хәстәрлек күреүе, ихтирам итеп йәшәүе йәштәр өсөн өлгө булып тора. Шундай ғаиләләрҙең береһе, Рус Байбаҡ ауылында 50 йыл бергә татыу йәшәүсе Әлфинә һәм Ғәсимйән Вәлиевтар. Никахтары шул тиклем ныҡлы булып сыға – улар әле лә матур һөйөү хистәренә төрөнөп, бәхетле ғүмер итә.
Вәлиевтарҙың тарихы 1975 йылда башлана. Благовещен районында тыуып үҫкән Ғәсимйән Ғәлимйән улы Аксенов ауыл хужалығы техникумын «зоотехник» һөнәре буйынса тамамлай. Элекке курсташының туйына ҡунаҡҡа килә, уны йәш белгес булараҡ, «Дружба» колхозында эшләргә ҡалырға күндерәләр, торлаҡ вәғәҙә итәләр. Колхозда белгестәр етешмәгән саҡ була. Тап ошонда, яңы урында, ул үҙ яҙмышын — Әлфинә Шамил ҡыҙын осрата. Ҡыҙ бухгалтер булып хеҙмәт һала, колхоз эштәрен яҡшы белә. Йәштәр ошо осрашыуҙан бер-береһен оҡшата, ярата һәм ғаилә ҡора. Гөрләтеп туй үткәрәләр һәм шулай уларҙың ғаилә тарихыбашлана.
Ауыл тормошо бар ваҡытты ала, тырышып, күңел биреп эшләүҙе талап итә.
— Тормош иптәшем гел эштә булды, командировкаларға йөрөнө, хужалыҡты үҙемә ҡарарға тура килде, — ти Әлфинә апай.
Ләкин ул бер ҡасан да яңғыҙ ҡалмай. Күршеләре уларҙың икенсе ғаиләһе кеүек яҡынға әйләнә, һәр саҡ ярҙамға килә, бөтә нәмәлә терәк була, бер ҙур ғаилә кеүек йәшәйҙәр. Йәштәрҙең кесе улы тыуғас, ауылда балалар баҡсаһы булмағанлыҡтан, был мәсьәлә лә тиҙ генә хәл ителә.
«Эшкә сыҡ, беҙ ҡарап торорбоҙ», — ти күршеләре. Шулай итеп, сабый бәләкәй сағында күп телле мөхиттә үҫә. Әлфинә апай әле лә көлөп иҫкә ала:
— Күршеләребеҙ мариҙар ине, шуға улыбыҙҙың тәүге һүҙҙәре лә мари телендә булды. Кисен эштән ҡайтабыҙ, улыбыҙҙы алабыҙ, өйҙә үҙебеҙсә һөйләшәбеҙ, ә ул беҙҙе аңламай. Шулай итеп, үҙебеҙ ҙә әкренләп мари телендә һөйләшергә өйрәндек.
Вәлиевтарҙың хәтерендә тағы ла бер ваҡиға ҡалған. Мәскәүгә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә (ВДНХ) баралар. Күршеләре балаларҙы ла, ҙур хужалыҡты ла ҡарап ҡына ҡалмай, унда йөрөп ҡайтыу өсөн матди яҡтан да ярҙам итә.
— 50 йыл ғүмер һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Тик яҡшылары ғына иҫкә төшә, ауырлыҡтар артта ҡалды, — тип иҫкә ала Әлфинә апай.
Тормош үҙгәрә, колхоз-совхоздар тарҡалғандан һуң еңел булмаған заманалар башлана. Әлфинә Шамил ҡыҙы хаҡлы ялға сыға, ә Ғәсимйән Ғәлимйән улын урындағы мәктәпкә хужалыҡ мөдире итеп саҡыралар.
Вәлиевтар ике бала тәрбиәләп үҫтерә, уларға юғары белем алырға ярҙам итә. Оло ҡыҙҙары Гөлнара кейәүҙә, Мишкә ауылында йәшәй, Мишкә 2-се полилингваль мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Улдары Илшат ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Бәхетле олатай-өләсәйҙең биш ейән-ейәнсәре бар. Уларҙың һәр береһе — айырым ғорурлыҡ. Оло ейәндәре — Өфөлә медицина университетының 4-се курсын, ейәнсәрҙәре Регина — медколледжды ҡыҙыл дипломға, Диана 11-се класты алтын миҙалға тамамлаған, ә Илгиз яғыулыҡ-энергетика колледжында белем ала. Бәләкәй ейәнсәр 8-се класҡа күскән, табип булырға хыяллана.
Әлфинә һәм Ғәсимйән Вәлиевтар — мөхәббәт, тоғролоҡ һәм ғаилә ныҡлығын сағылдырыусы матур пар. Уларға, иң мөһиме — оҙон-оҙаҡ йылдар бәхетле тормошта балалар, ейәндәр ҡыуанысына төрөнөп йәшәргә насип булһын.
Рәилә Әптекәева.

Мишкә районы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас