

Дуҫтар! Һеҙҙең иғтибарға үләндәр менән дауалаусы халыҡ табибәһе Зәүхиә Ҡәҙербәкованың сираттағы яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.
“Һаумыһығыҙ, яҡташтар! Барығыҙҙы ла үләндәрҙең батшаһы Əрем янына барырға саҡырам. Ул хуш еҫтәрен таратып, һап-һары булып сәскә атып, бөтә əҙəм балаларын көтөп үҫеп ултыра. Эй, Зəүхиə, ваҡыт юҡ, башты ҡатырма əле, баҡсамда эш күп, һыйырым, тауығым, хөкүмәт эше... Һəм башҡа сəбəптəр... Ошолай уйлаһағыҙ, бер минутҡа туҡтап тороғоҙ. Аҫта əрем мөғжизәләрен яҙып китәм. Ваҡыт табып уҡығыҙ!
- əтейемдə дүртенсе стадия үпкә рагы, өмөтһөҙ, тинелəр. Көнө-төнө һыҙлана, йүткерə, һеҙ əйткəс, əрем төнәтеп эсə башланы. Тынысланып, йоҡлай башланы, һыҙланыуы кəмене, бик һирәк йүткерə;
- ашағаным йүнләп эшкәртелмәй, нисə йыл эсем күбеп, ҡорһағым бығырҙап интектем. Иртəнсəк ас ашҡаҙанға 10-15 бөртөк кипкән сәскәһен һыу менəн йота башлаған инем, Аллаға шөкөр, бөттө;
- иртәнсәк йоҡонан тороуға раковинаға бара инем, шулай ныҡ ҡаҡырыҡ сыҡҡанына иҫ китерлек ине, кистəн йоҡларға ярты сәғәт ҡала ярты стакан ҡайнар һыуға 10-15 бөртөк сәскәһен йәки ҡалаҡ осонда үләнен һалып, ябып төнəтеп, шул төнəтмəне ҡайнарыраҡ көйөнə биш-алты йотом йотоп йоҡлай башлаған инем, ауыҙҙан еҫ тə, насар ҡаҡырыҡ та бөттө, телем таҙарып ҡалды...
Һәм башҡа бик күп тарихтар... Кəрəкме һеҙгә Әрем?” – тип яҙҙы дауалаусы.
Редакциянан: дарыу үләндәрен, халыҡ дауаһы алымдарын ҡуллана башлар алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Сығанаҡ: Зәүхиә Ҡәҙербәкованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.