Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
28 Июля , 10:15

Балалар — тормош йәме

Борай ауылында йәшәүсе Миңләхмәтовтар  гөрләтеп донъя көтөп, береһенән-береһе һәләтле  биш бала тәрбиәләй.

Балалар — тормош йәмеБалалар — тормош йәме
Балалар — тормош йәме

Районыбыҙҙа күп бала тәрбиәләгән булдыҡлы, уңған ғаиләләр бихисап. Борай ауылында йәшәүсе Миңләхмәтовтар ҙа гөрләтеп донъя көтөп, береһенән-береһе һәләтле балалар тәрбиәләй.
“Башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмаған ябай ауыл ғаиләһе беҙ”, – ти Миңләхмәтовтар үҙҙәре хаҡында. Борай ҡыҙы Ирина һәм Асҡын районы Иҫке Мутабаш ауылы егете Илдар татыу ғаилә ҡороп, биш сабыйға ғүмер бүләк итеп, уларға һәр яҡтан өлгө булып йәшәй.
Һөнәре буйынса шәфҡәт туташы булған Ирина Асҡын районының “Танып” шифаханаһында эшләгән сағында таныша Илдар менән. Ғаилә ҡорғас, Борайҙа төпләнергә ҡарар итәләр. Шулай итеп, Борайҙа йәнә бер йүнсел, матур ғаилә барлыҡҡа килә. Бөгөн улар биш балалары бәхете өсөн гөрләтеп донъя көтә.
Борай 1-се урта мәктәбенең 11-се класын уңышлы тамамлаған өлкән улдары Даниил студент булырға әҙерләнә. Юғары уҡыу йортон һайлап, инженер һөнәрен үҙләштерер өсөн документтарын тапшырған. Әлеге мәлдә башҡа тиҫтерҙәре һымаҡ уҡырға инеү тураһында бойороҡ көтә.
Диана — шул уҡ мәктәптең 10-сы, Динара 7-се класына барасаҡ. Ҡыҙҙар икеһе лә яҡшы уҡый, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Даниил да, Диана һәм Динара ла бәләкәйҙән Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең каратэ түңәрәгендә шөғөлләнә. Ағайҙарында – һары, Динарала – ҡыҙыл-һары, ә Дианала йәшел билбау (пояс).
Бәләкәстәр, көҙгә биш йәше туласаҡ Даян менән өсөнсө йәш менән барған Далиә, әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Даян, кес кенә булыуына ҡарамаҫтан, машиналар менән ныҡлап ҡыҙыҡһына икән, һәр автомобиль транспортының маркаһын белә, таный.
–        Көҙгә Даянды бейеү йә ағай-
апайҙары һымаҡ каратэ түңәрәгенә бирергә ниәтләп торабыҙ. Бигерәк теремек, күҙ тимәһен. Балалар нимә менән булһа ла ныҡлап шөғөлләнергә тейеш. Уларҙың көс-дәртенә дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһим. Сәләмәт тормошҡа ла өйрәнеп үҫәләр, – ти Ирина Витальевна балалары тураһында һөйләгәндә.
Ғаилә башлығы Илдар Рәмил улы Себер яҡтарында вахта ысулы менән эшләй. Ул – быраулаусы. Ялға ҡайтҡан сағында өйҙә эш етерлек. 2015 йылда үҙҙәре теләгәнсә яңы йорт һалып сығалар. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫтерәләр. “Тауыҡ ҡарайбыҙ. Элек бүҙәнә лә бар ине”, – ти күп балалы әсә.
Миңләхмәтовтар бергәләп төрлө ҡалаларға экскурсияларға йөрөргә ярата. Ғаилә менән бергә ваҡытты күңелле үткәреү ата-әсә өсөн дә, балалар өсөн дә рәхәт һәм файҙалы. Шул ваҡытта кәрәк-яраҡ та һатып алына. Парктарҙың матурлығына һоҡланып, балалар майҙансыҡтарында уйнап, кинотеатрҙарҙа ҡыҙыҡлы фильм ҡарап, кафеларҙа тәмле ашап, бергәләшеп ял итә улар.
“Үҙебеҙ ҙә күп балалы ғаиләлә тәрбиәләндек. Беҙ — ике ҡыҙ, бер малай, ә Илдарҙар өс малай үҫкән. Балаларыбыҙҙың булғанына һөйөнөп бөтә алмайым. Һәр ҡайһыһы ҡәҙерле бит уларҙың”, – ти Ирина.
“Ә әсә кешенең үҙенә генә бағышлаған ваҡыты бармы? Ниҙәр менән шөғөлләнергә яратаһығыҙ?” – тигән һорауыма ул башта бер аҙ аптырап ҡалды. “Мин шул балаларым янында ял итәм. Улар менән, улар янында ғына тыныс. Кистәрен ротангтан кашполар үрергә яратам. Үҙ ҡулдарым менән матурлыҡ тыуҙырыуы үҙе бер рәхәт, – ти оҫта ҡуллы хужабикә.
Миңләхмәтовтар барыһын да үҙ ҡулдары, үҙ көстәре менән табырға күнеккән. Хөкүмәт ярҙамы булараҡ икенсе балалары тыуғас – әсәлек капиталы, өсөнсөләре тыуғас, ер участкаһы алғандар. Ғаиләгә иш янына ҡуш була был ярҙам, шуға ла бик рәхмәтле улар.

Венера Арысланова.

Борай районы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас