

Бындай юғары ҡаҙанышҡа өлгәшеүҙең юлдарын, уҡыусының киләсәккә ҡуйған маҡсаттарын гәзит уҡыусыларыбыҙға ла еткерергә булдыҡ.
Белемгә ынтылыш, фәнгә һөйөү Айбулатҡа бәләкәйҙән һалына. Беренсе кластан алып ул – отличник. Яҡшы билдәләргә өлгәшкән балалар, ғәҙәттә, тәртипле була, системалы рәүештә үҙ аллы уҡырға өйрәнә, яуаптарын бер нисә тапҡыр тикшерергә лә иренмәй. Бына ошо күркәм сифаттар уға имтиханда ярҙам иткән дә инде. «Физика миңә етенсе кластан, мәктәптә ошо дәрес башланған мәлдән, оҡшай. Ундағы формулаларҙы, иҫәпләүҙәрҙе, үлсәүҙәрҙе яратам. Теүәл фәнгә ҡарағанлыҡтан унда төрлө аңлатмалар йәки шикле урындар юҡ. Барыһы ла асыҡ һәм аныҡ. Тап ошолар мине йәлеп итте лә инде», – ти Айбулат.
Ҡатмарлы фәнгә ҡыҙыҡһыныуҙың барлыҡҡа килеүенә уҡытыусыһы Анатолий Никитиндың роле ҙур була. «Лицейҙа физиканан көслө уҡытыусы Анатолий Валерьевич уҡытты. Бер ваҡытта ла уның дәрестәре күңелһеҙ, эс бошорғос булманы. Һәр дәресен көтөп алдыҡ, сөнки беҙгә яңы физик закондарҙы өйрәнеү, формулаларҙы сисеү бик оҡшай торғайны. Белмәгәнде асыҡларға, тигән ынтылышыбыҙ көслө булды. Беренсе дәрестән үк ҡатмарлы предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята алғаны өсөн рәхмәтлемен», – ти Айбулат һүҙен дауам итеп.
Имтиханға әҙерләнеү сере
Айбулат әйтеүенсә, имтиханға әҙерләнеүҙең мөһим ҡағиҙәһе – механик ятлау түгел, ә процестарҙы тәрән аңлау: «Теләһә ниндәй ҡатмарлы формуланы ябайҙарынан сығарырға өйрәнергә кәрәк. Әгәр уны аңлаһаң, имтихан ваҡытында таныш булмаған мәсьәләләрҙе лә еңел эшләй алаһың. Процесты аңламайынса мәсьәләне сисеүҙән һөҙөмтә булмаясаҡ. Формулаларҙы аңлап иҫтә ҡалдырыу күпкә еңел».
Сығарылыш класс уҡыусыһы йыл дауамында үҙенә маҡсаттар ҡуйған. Мәҫәлән, бер аҙна буйына мәсьәләләрҙең билдәле бер типтарын өйрәнеү. Һуңыраҡ Берҙәм дәүләт имтиханының типик варианттарын сисеү. Бындай алым темпты юғалтмаҫҡа, тәртипкә өйрәнергә ярҙам иткән.
Физика һәм математиканан өҫтәмә дәрестәр ҙә бик файҙалы булған. «Унда ла беҙҙе математиканан һәм физиканан мәсьәләләр сисеүгә әҙерләнеләр. Имтиханда бер мәсьәләгә бик оҙаҡ ваҡыт бүлергә ярамай. Әгәр биш минут эсендә эшләнмәһә, уны ҡалдырып, һуңынан әйләнеп ҡайтырға кәрәк, ваҡытты әрәм итмәҫ өсөн был бик яҡшы ысул», – тип имтиханға әҙерләнеү сере менән дә уртаҡлашты ул.
Ғөмүмән, Айбулат өсөн 100 балл һөҙөмтәһе көтөлмәгән хәл булмаған. Баштан уҡ ентекле һәм төплө белем алыу, уны дөрөҫ ҡулланып, юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү ынтылышы һалына.
Тик уҡыу ғына түгел
Әгәр кемдер 100 балл йыйғандар көнө-төнө дәреслектәргә ҡапланып, өҫтәл артында ултыра, тип уйлаһа, яңылыша. Айбулат тиҫтерҙәре кеүек үк ҡыҙыҡһыныусан, дуҫтары менән аралашырға ярата. Буш ваҡытында волейбол уйнай, олимпиадаларҙа ҡатнаша, хатта урындағы ДОСААФ мәктәбендә машина йөрөтөргә өйрәнә. Бындай күркәм сифаттарҙы уға ата-әсәһе һалған.
Әсәһе Лилиә Филүс ҡыҙы ла мәктәп йылдарында тырыш, әүҙем була. Урындағы мәктәптә ҡайһы бер уҡытыусылар уны әле лә һағынып иҫләй. Ә атаһы Айрат Рәшит улы улының һәр башланғысын хуплап ҡына тора, уға оло терәк.
Ғиндуллиндар Айбулаттың һәр уңышына шатлана. Ата-әсәһенең ярҙамын һәм терәген тойоу Айбулатты көслө итә, уға ышаныс өҫтәй. Ул Ҡазандың һәм Өфөнөң нефть йүнәлеше буйынса юғары уҡыу йорттарын һайлаған. Әгәр конкурстан үтһә, күптәр хыялланған баш ҡалала уҡыуҙы ла инҡар итмәй.
Тырыш, уңған егеткә алдағы тормошонда ла уңыштар теләп ҡалабыҙ. Аҡ юл һиңә, Айбулат!
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө ҡалаһы.
Фото ғаилә архивынан алынды.