

Бүздәк районы үҙәгендә Ҡаңлы ырыуы башҡорттарының V йыйыны үтте. Быуындар бәйләнешен нығытҡан сараға республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарынан, атап әйткәндә Бүздәк, Благовар, Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Кушнаренко, Мишкә һәм Туймазы райондары ауылдарынан вәкилдәр, шулай уҡ ҡасандыр Баймаҡ, Благовещен райондарына күсенергә мәжбүр булған атаҡлы дворян Сыртлановтарҙың вариҫтары, ошо төбәктән сығып, Рәсәйҙең төрлө яҡтарына таралған шәхестәр йыйылды.
Сара Ҡаңлы ырыуының нәҫел ташын – һәйкәл асыу тантанаһы менән башланды. Унда ырыуҙың иң аҫыл азаматтарының исем-шәрифтәре мәңгеләштерелгән. Билдәле булыуынса, Ҡаңлы ырыуы республикабыҙға танылған шәхестәр биргән. Улар араһында дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт милли хәрәкәте лидеры Муллаян Халиковтың, башҡорт әҙәбиәте классигы Шәйехзада Бабичтың, халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләтшиндың исемдәре бар.
Ҡаңлыларҙың шәжәрәһен Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәким Ғиләжев, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артистары Фидан Ғафаров, Таңсулпан Бабичева һәм уның ҡыҙы Рушана Бабичтарҙың исемдәре тулыландыра. Район Мәҙәниәт йорто фойеһында тап ошо ырыу вәкилдәренең шәжәрәләре менән танышыу мөмкинлеге тыуҙырылды.
Берҙәмлек һәм дуҫлыҡ сараһы артабан эшлекле һөйләшеү форматында барҙы. Унда телде һаҡлау, тарихи хәтерҙе тергеҙеү, берҙәмлекте көсәйтеү, күренекле шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү тураһында фекер алышып, мөһим ҡарарҙар ҡабул иттеләр. Делегаттар баш ҡаланан килгән ғалимдарҙың, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, шулай уҡ тыуған яҡ тарихын, шәжәрәһен өйрәнгән яҡташтарының сығыштарын тыңланы, үҙҙәре йәшәгән район башҡорттарының рухи мираҫына бәйле көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һүҙ алып барҙы.
Бөрө районы Үрге Ласынтау ауылы хакимиәте башлығы Фидират Әхнәф улы Гәрәев ауылдашы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Зыя Нуриевтың шәжәрәһе менән таныштырҙы.
Съезд ултырышын алып барыусы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, “Ырыуҙар хәрәкәте” проекты етәксеһе Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев сығыштың бик фәһемле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып: “Дәүләт эшмәкәре, обкомдың беренсе секретары Зыя Нурый улының бюсын тыуған ауылында ғына түгел, Өфөлә лә булдырыу кәрәк”, – тине.
Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индереүселәр, Ҡаңлы ырыуының йәмәғәт хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Төп өлөштөң “Шәжәрә байрам”ында Сыртлановтарҙың, Бабичевтарҙың, Кийәкәевтарҙың, Алакаевтарҙың нәҫел ебен барлау, ғаилә тарихын тыңлау фәһемле булды. Быуындар бәйләнеше тарихы концерт номерҙары менән аралашып барыуы төбәктең таланттар төйәге булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы.
Съезд Ҡаңлы ырыуы гимны (Факиһа Туғыҙбаева һүҙҙәре, Нәфирә Иҡсанова көйө) менән тамамланды.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө ҡалаһы.