

Ҡыш кетерләп торған ҡыярҙы ашау – үҙе бер кинәнес. Уңған хужабикәләр төрлө алымдар менән һалҡын миҙгелгә баҡса емештәрен хәстәрләй. Коллегабыҙ Гөлнара Йәмилеваның да һыналған ҡыяр тоҙлау рецебы бар.
– Был ысулдың төп үҙенсәлеге - маринадты банкаларға ҡойоп бер нисә тапҡыр ҡайнатыу талап ителмәй, ә ҡыярҙарҙы маринадта уҡ бешереп алаһың. Был ваҡытты бик ҡыҫҡарта һәм ҡыярҙар ҙа кетерләп кенә торасаҡ. Ә гәрсис орлоҡтары аҙыҡҡа үҙенсәлекле тәм өҫтәй.
Бының өсөн ике кило ҡыяр кәрәк була. Маринадҡа ике литр һыу, 100 грамм тоҙ, 200 грамм шәкәр, 30 ҡара борос, дүрт лавр япрағы, ике аш ҡалағы гәрсис орлоғо, 200 миллилитр 9 процентлы һеркә алына.
Ҡыярҙарҙы яҡшылап йыуып, ике-өс сәғәткә һалҡын һыуға һалып тороғоҙ. Ике яҡ ситтәрен киҫеп алығыҙ. Банкалар бәләкәй булһа, ҡыярҙарҙы уртаға ҡырҡырға кәрәк.
Кәстрүлгә һыу ҡойоп, ҡыяр һәм башҡа ҡатнашмаларҙы һалырға. Ҡыярҙар һарғылт көрән төҫкә ингәнсе ҡайнатырға. Аҙаҡ стерилләнгән банкаларға тултырып ябырға һәм түңкәреп, йылы әйбер менән бер тәүлеккә ҡаплап ҡуйырға, – тип һөйләне ул.
Фото Гөлнара Йәмилеванан.
https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2026-07-27/yyar-keterl-p-ken-torasa-4764274