

Уҙған ял көндәрендә республиканың Әлшәй, Стәрлебаш, Учалы, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Өфө райондарының, Нефтекама ҡалаһының йылға-күлдәрендә 13 фажиғәле осраҡ теркәлгән - уларҙа 11 кеше, шул иҫәптән 1 бала һәләк булған, 2 кеше ҡотҡарыла, уларҙың береһе – бала.
- Профилактик эш алып барыуға ҡарамаҫтан, кешеләр йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеүен дауам итә – был йыш ҡына ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың үлеменә килтерә, - тип белдерҙе БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. - Һәм тағы ла халыҡҡа өндәшәбеҙ: иҫерек килеш һыуға инмәгеҙ, балаларҙы һыу янында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ һәм ҡотҡарыусылар дежур иткән, төбө тикшерелгән рәсми һыу инеү урындарын ғына һайлағыҙ. Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм телефон 112.
Фото: МЧС РБ.
Автор:Баныу Ҡаһарманова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-07-27/yu-a-y-fazhi-l-r-4763752