

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов оҙатыуында Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Сураш ауылына барҙы. Улар һыу аҫтында ҡалған фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡараны.
Ташҡын ваҡытында медицина хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә дежур итеп, пациенттарҙы ҡабул итә.
Фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн уларға һаулыҡ һаҡлау министры Почет грамоталары тапшыра.
Министр ҡушыуы буйынса, дүшәмбе көн үк бында белгестәр менән "Сәләмәтлек поезы” һәм күсмә стоматология модуле киләсәк.