

Бүләкләнеүселәр араһында райондашыбыҙ, Асҡын Күп функциялы үҙәгенең баш белгесе Роза Нартдинова ла бар ине. Ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Был бүләк райондашыбыҙҙың һөнәри оҫталығын һәм үҙ эшенә намыҫлы мөнәсәбәтен таныу булып тора.
Роза Нартдинованы лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ һәм һөнәри эшмәкәрлегендә артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Форсаттан файҙаланып, беҙ ҙә Асҡын Күп функциялы үҙәге коллективын һөнәри байрамдары уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Иҫәнлек-һаулыҡ, яуаплы эштәрендә уңыштар, байрамса күтәренке кәйеф теләйбеҙ.