

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 24 июлдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +28,+ 33°.
Шәмбе, 25 июлдә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +15, +20°, көндөҙ +28, +33°.
Йәкшәмбе, 26 июлдә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +15, +20°, көндөҙ +28, +35°.
Галина Бахшиева