

Осрашыу барышында етәкселәр ағымдағы хәл, ташҡын эҙемтәләре һәм район халҡына артабан ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен тикшерә.
“Лариса Александроваға, Рөстәм Ишмаҡаевҡа, Мишкә районында йәшәүселәргә, шулай уҡ Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисовҡа, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы башлығы Эмиль Шәймәрҙәновҡа, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминевҡа, эшҡыуарҙарға һәм гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм ташыуҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәбеҙ. Ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү осоронда Асҡын районы халҡына иғтибарлы, ярҙамсыл һәм битараф ҡалмағанығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт белдерәбеҙ”, — тине Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов.