

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы 2026 йылда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» федераль программаһы буйынса республиканың мәҙәниәт ойошмаларына мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең вакантлы вазифаларына икенсе конкурс буйынса һайлап алыуҙың башланыуы тураһында иғлан итте.
Программала Башҡортостандың ауыл йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡала мәҙәниәт учреждениеларында эшләгән һәм күсенеп китергә әҙер булғандар ҡатнаша ала. Еңеүселәргә бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум компенсация түләнә.
Конкурс буйынса һайлап алыуға ғариза биреү өсөн мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә юғары йәки урта һөнәри белемгә эйә булырға һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре вазифалары буйынса квалификация талаптарына яуап бирергә кәрәк.
Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһына үҙгәрештәр индерелеүе тураһында яҙғайныҡ инде. Шулай уҡ «Башинформ» Башҡортостандың «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһында ҡатнашыусылар һаны буйынса беренсе урында тороуын хәбәр иткәйне.
Ләйлә Аралбаева.