Йәнтөйәк
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
24 Июля , 05:20

Ғаилә ҡиммәттәре еңеүгә илтә

Иҫке Балтас ауылында йәшәүсе Илзидә һәм Илдус Әхмәҙиевтәр «Ғаилә традициялары – быуындар бәйләнеше» республика конкурсында уңышлы сығыш яһап, «Минең ғаиләмдең традициялары» номинацияһында икенсе урын яуланы.

Ғаилә ҡиммәттәре еңеүгә илтәҒаилә ҡиммәттәре еңеүгә илтә
Ғаилә ҡиммәттәре еңеүгә илтә


Быйыл мәртәбәле бәйгелә Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан 53 ғаилә ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе үҙ нәҫеленең тарихын, ғаилә йолаларын, быуындан-быуынға тапшырылып килгән рухи ҡиммәттәрен тәҡдим итте. Балтас районы намыҫын Илзидә Флюр ҡыҙы менән Илдус Ришат улы Әхмәҙиевтәр ҡыҙҙары менән бергә лайыҡлы яҡланы.
Конкурста яуланған призлы урын – ғаиләнең күп йылдар дауамында һаҡлап килгән матур йолаларына, үҙ-ара ихтирамына, татыулығына һәм балаларҙы милли һәм әхлаҡи ҡиммәттәргә таянып тәрбиәләүенә бирелгән юғары баһа. Әхмәҙиевтәр ғаиләһендә ололарҙы хөрмәт итеү, туғандар менән тығыҙ бәйләнеш тотоу, тыуған ерҙе һөйөү кеүек күркәм сифаттар айырым урын биләй. Бына шундай ҡиммәттәр киләсәк быуынды тәрбиәләүҙең ныҡлы нигеҙен тәшкил итә.
Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев Әхмәҙиевтәрҙе ихлас ҡотлап, был еңеүҙең айырым әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, ошондай ғаиләләр нәҫел тамырҙарын, халҡыбыҙҙың йолаларын һәм рухи мираҫын һаҡлап ҡына ҡалмай, уларҙы йәш быуынға ла еткерә. Тимәк, ғаилә ҡиммәттәре йәшәй, быуындар бәйләнеше өҙөлмәй.
Әхмәҙиевтарҙың ҡаҙанышы – райондаштарыбыҙ өсөн дә ҙур ғорурлыҡ. Улар үҙ өлгөһө менән ғаиләләге берҙәмлек, мөхәббәт, үҙ-ара хәстәрлек һәм милли традицияларҙың һәр ваҡыт иң ҙур байлыҡ булып ҡалыуын иҫбатланы. Бындай ғаиләләр булған ерҙә киләсәккә ышаныс та нығыраҡ, сөнки халыҡтың көсө лә, рухы ла тап ғаиләнән башлана.
Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас