Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
23 Июль , 04:10

Юл хеҙмәттәре ташҡындан һуң юлдарҙы тәртипкә килтерә

Асҡын районында ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эштәр дауам итә. Ҡариҙел юл ремонтлау-төҙөү идаралығының Асҡын участкаһы һыу баҫыуҙан зыян күргән ауылдарҙа юл япмаһын тергеҙә.

Юл хеҙмәттәре ташҡындан һуң юлдарҙы тәртипкә килтерәЮл хеҙмәттәре ташҡындан һуң юлдарҙы тәртипкә килтерә
Юл хеҙмәттәре ташҡындан һуң юлдарҙы тәртипкә килтерә

Сураш һәм Солтанбәк ауылдарында  юлсылар зыян күргән участкаларҙы ҡырсынташ менән түшәй, шулай уҡ юлдарҙы грейдер менән тигеҙләй. Юл япмаһын тығыҙлау өсөн объектҡа каток йүнәлтелгән.

Белгестәр шулай уҡ Төй ауылы йүнәлешендәге юл участкаһында башҡарасаҡ эштәр күләмен баһаланы. Әлеге ваҡытта юл йөрөү тәьмин ителгән. Бөгөн  бында өҫтәмә ҡырсынташ түшәп, грейдер менән тигеҙләү  планлаштырыла. Бынан тыш, кисә Сураш һәм Солтанбәк ауылдары араһындағы юл участкаһында ошондай уҡ эштәр башҡарҙы.  

Юл инфраструктураһын тергеҙеү буйынса эштәр дауам итә. Юл хеҙмәттәренең төп бурысы — район халҡы өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы юлды мөмкин тиклем тиҙерәк тәьмин итеү.

 

Юл хеҙмәттәре ташҡындан һуң юлдарҙы тәртипкә килтерә
Юл хеҙмәттәре ташҡындан һуң юлдарҙы тәртипкә килтерә
Юл хеҙмәттәре ташҡындан һуң юлдарҙы тәртипкә килтерә
Юл хеҙмәттәре ташҡындан һуң юлдарҙы тәртипкә килтерә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас