

"Тәүге көндәрҙән халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡалды. "Танып" шифаханаһы директоры Кашшаф Сәйфет улына халыҡтың проблемаларына иғтибар һәм күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәм. Ул ташҡындың тәүге көндәренән алып халыҡҡа алты тонна самаһы һыу ебәрҙе", — тине Динис Рәдис улы.
Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре һыу баҫҡан ауылдарҙан тикшереү өсөн һыу өлгөләрен алды. Улар һыу баҫҡан территория граждандарына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында иҫкәртте. Район хакимиәте һәм ауыл Советтарында ла һәр саҡ был хаҡта аңлатыу эштәре алып баралар.
Ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү һәм халыҡҡа ярҙам итеү буйынса эш дауам итә.