Йәнтөйәк
+20 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
23 Июля , 06:15

Халыҡ һаулығы һағында

 13 июлдән 24 июлгә тиклем «Сәләмәтлек поезы» белгестәре  Балтас районы  халҡына медицина ярҙамы күрһәтте.

Халыҡ һаулығы һағындаХалыҡ һаулығы һағында
Халыҡ һаулығы һағында

Башҡортостанда 13 апрелдән «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы башланғайны.  2019 йылдан алып һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған был киң күләмле проект республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһында үҙенең һөҙөмтәлелеген һәм халыҡҡа яҡын булыуын күптән иҫбатланы. Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткән тәүге башланғыстарҙың береһе булған «Сәләмәтлек поезы» бөгөн инде Рәсәйҙең күп кенә төбәктәре өсөн дә уңышлы өлгөгә әүерелде.

Акцияның төп маҡсаты – медицина ярҙамын халыҡҡа мөмкин тиклем яҡынайтыу. «Сәләмәтлек поезы» тип аталған күсмә медицина комплекстары ауылдарға барып, заманса диагностика һәм табиптар консультацияһын туранан-тура урында тәҡдим итә. Быйылғы акцияла 10 күсмә флюорограф, 10 маммограф, 49 мобиль фельдшер-акушер пункты, туғыҙ һаулыҡ үҙәге (шуларҙың береһе балалар өсөн тәғәйенләнгән), Республика кардиология үҙәгенең кардиомобиле, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының күсмә диагностика комплексы, Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһының «Ҡатын-ҡыҙ һаулығы» модуле һәм күсмә стоматология кабинеты ҡатнаша.

 13 июлдән 24 июлгә тиклем «Сәләмәтлек поезы» белгестәре  районыбыҙ  халҡына медицина ярҙамы күрһәтте. Графикҡа ярашлы, табиптар Нөркәй, Түбән Һикеяҙ, Тутағас, Көндәшле, Түбәнге  Иванай, Асау, Мишкә һәм Штәнде ауылдарында булып, урындағы халыҡты ҡабул итте.

«Сәләмәтлек поезы» ярҙамында ауыл халҡы сираттарҙа тормайынса төп медицина тикшереүҙәре үтә ала. Улар иҫәбендә флюорография, маммография, электрокардиография (ЭКГ), ҡан баҫымын һәм күҙ эсе баҫымын үлсәү, лаборатор анализдар тапшырыу бар. Бынан тыш, кардиолог, невролог һәм башҡа тар профилле белгестәр консультациялар үткәрә, сирҙәрҙе иҫкәртеү, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу һәм дауаланыу буйынса тәҡдимдәр бирә.

Күсмә диагностика ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡлау мөмкинлеген дә арттыра. Әгәр ҙә өҫтәмә тикшереүҙәр талап ителһә, пациенттарға тейешле медицина учреждениеларына йүнәлтмәләр бирелә. Был иһә дауаланыуҙы ваҡытында башларға һәм сирҙең ҡатмарланыуына юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек тыуҙыра.

Уҙған йыл һөҙөмтәләре был эштең әһәмиәтен асыҡ дәлилләй. 2025 йылда «Сәләмәтлек поезы» районда 21 июлдән 1 авгусҡа тиклем эшләне. Юғары һәм Түбән Ҡанһөйәр, Тусыбай, Иҫке Ҡарғалы, Һәйтәк, Иҫке Ямурҙа, Сурапан, Яңы һәм Иҫке Дүртекәй, Боғҙан, Иҫке Тимкә, Түбән һәм Юғары Ҡарыш, Анновка, Тушҡыр, Мөнәгәз, Яңы Балтас, Асау  кеүек алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәргә үҙ һаулығын тикшереү һәм тәжрибәле табиптарҙан консультация алыу өсөн яҡшы мөмкинлек тыуҙырылды.

Дөйөм алғанда, 602 кеше медицина тикшереүе үткән. Шуларҙың 226-һында төрлө сирҙәр тәүге тапҡыр асыҡланған. Улар араһында хроник бронхит, панкреатит, гипергликемия, анемия, остеоартроз, һимереү, варикоз кеүек киң таралған сирҙәр бар.

– «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы – халыҡ өсөн бик кәрәкле һәм әһәмиәтле сара. Ул үҙ аллы район дауаханаһына бара алмаған инвалидтар һәм өлкән йәштәге кешеләр өсөн айырыуса мөһим. Юғары квалификациялы табиптар һәр пациентты иғтибар менән ҡарай, кәрәкле кәңәштәр бирә, артабан ниндәй белгестәргә мөрәжәғәт итергә һәм ниндәй тикшереүҙәр үтергә кәрәклеген аңлата, – ти Балтас үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Ғилметдинов.

Бөгөн профилактик медицинаға айырыуса ҙур иғтибар бирелә. «Сәләмәтлек поезы» проекты ла тап ошо маҡсатҡа хеҙмәт итә. Ул ауыл халҡы өсөн сифатлы медицина ярҙамының ҡулланыу мөмкинлеген киңәйтә, кешеләрҙең үҙ һаулығына ҡарата яуаплылығын арттыра һәм хәүефле сирҙәрҙе иртә асыҡлап, ваҡытында дауалау мөмкинлеген тәьмин итә.

«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһының киләһе йылдарҙа ла дауам ителеүе көтөлә. Тимәк, күсмә медицина хеҙмәтенең географияһы тағы ла киңәйәсәк, ә квалификациялы медицина ярҙамы республиканың тағы ла күберәк ауылдарына барып етәсәк. Сәләмәтлеккә илткән юл алыҫ түгел – ул бөгөн үҙе һеҙҙең янға килә.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

 

Халыҡ һаулығы һағында
Халыҡ һаулығы һағында
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас