Йәнтөйәк
+20 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
22 Июля , 05:04

Һыу баҫыуҙан зыян күргән ауылдарға ярҙам күрһәтеү дауам итә

Һыу баҫыуҙан зыян күргән Үршиҙе, Сураш, Солтанбәк ауылдары халҡына ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторолған аҡса йыйыуға Иҫке Ҡаҙансы ауылы ағинәйҙәре лә ҡушылды.

Һыу баҫыуҙан зыян күргән ауылдарға ярҙам күрһәтеү дауам итәҺыу баҫыуҙан зыян күргән ауылдарға ярҙам күрһәтеү дауам итә
Һыу баҫыуҙан зыян күргән ауылдарға ярҙам күрһәтеү дауам итә

 

“Тамсыларҙан күл йыйыла, тигән халҡыбыҙ. Беҙ ҙә ағинәйҙәр менән һөйләшеп, ҡаза күреүселәргә ярҙам булһын тип,  һәр кем хәленән килгәнсә аҡса йыйҙыҡ. Үршиҙе, Сураш, Солтанбәк ауылдары халҡына  сабырлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек,  рух ныҡлығы теләйбеҙ. Уларҙың ҡайғыларын уртаҡлашып, тиҙерәк ғәҙәттәге тыныс, имен тормошҡа ҡайтып, иҫән-һау йәшәүҙәрен теләп ҡалабыҙ”, — тине Иҫке Ҡаҙансы ағинәйҙәр ойошмаһын етәкләүсе Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова.

Иҫке Ҡаҙансы ауылы ағинәйҙәре сираттағы сара үткәргәндә  ошо көнүҙәк тема буйынса һөйләшеп, бер уртаҡ фекергә килеп, ярҙам йыя. Афарин, ағинәйҙәр!

Берҙәмлек, татыулыҡ, кеше ҡайғыһына битараф ҡалмау кеүек сифаттар беҙҙең халҡыбыҙҙы көслө итә лә инде. Ил-көндәребеҙ тыныс, башҡаса бындай афәттәр бер кемгә лә килмәһен!

 

Һыу баҫыуҙан зыян күргән ауылдарға ярҙам күрһәтеү дауам итә
Һыу баҫыуҙан зыян күргән ауылдарға ярҙам күрһәтеү дауам итә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас