Йәнтөйәк
+20 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
22 Июля , 09:05

Ташҡын сигенде: һыу баҫҡан бөтә 107 ихатанан һыу китте

Асҡын районында Сарс йылғаһының кимәле тәүлек эсендә 1 метрҙан ашыуға кәмене.  Үршиҙе, Сураш, Кәмәшиҙе  һәм Солтанбәк ауылдарында 107 йорт биләмәһенән һыу ҡайтҡан. Был хаҡта 22 июлдә иртән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте.  

Ташҡын сигенде: һыу баҫҡан бөтә 107 ихатанан һыу киттеТашҡын сигенде: һыу баҫҡан бөтә 107 ихатанан һыу китте
Ташҡын сигенде: һыу баҫҡан бөтә 107 ихатанан һыу китте
Был хаҡта 22 июлдә иртән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте.
«Кисә ғәҙәттән тыш хәлдәр урынында район хакимиәте башлығы Динис Йосопов менән КЧС үткәрҙек, унда халыҡҡа ярҙам күрһәтеү һәм тергеҙеү эштәрен башҡарыу буйынса хеҙмәттәр өсөн аныҡ бурыстар билдәләнек, башҡарылған эш тураһында докладтар тыңланыҡ һәм һыу баҫҡан ауылдарҙа йәшәүселәр менән осрашыуҙар ойошторҙоҡ», — тип белдерҙе ул.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары халыҡҡа һыуҙы һурҙырырға ярҙам итә.

Автор:
Читайте нас