Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
22 Июль , 04:35

Асҡындың эш экологтарын ҡотлайбыҙ!

Районыбыҙҙың  Йәш экологтар командаһы (етәксеһе Альбина Вәрис ҡыҙы Фәтихова)  Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусылары составында "Экотуғанлыҡ" XXXIII республика йәш экологтар һәм урмансылар слетында ҡатнашты.

Асҡындың эш экологтарын ҡотлайбыҙ!Асҡындың эш экологтарын ҡотлайбыҙ!
Асҡындың эш экологтарын ҡотлайбыҙ!

 

 Слетты Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф һәм Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлыҡтары Беренселәр  хәрәкәте гранты аҡсаһына ойошторҙо.

Сара Стәрлебаш районындағы "Авангард" лагеры базаһында үтте.

Йәш экологтар Гүзәл Нафиҡова, Раил Әхмәров, Денис Ғәйбәҙуллин конкурс призерҙары булды.

 Команда капитаны Айнур Нартдинов  “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” уйынында команда зачетында 2 -се урынға лайыҡ булып, диплом алды.

Үткән республика һәм Рәсәй-Белоруссия слеттарында  Энтомология буйынса этапта абсолют еңеүсе булған  11-се класты тамамлаусы Ралина Ғайсина конкурстың йәштәр жюрийы составында булды.

 

Асҡындың эш экологтарын ҡотлайбыҙ!
Асҡындың эш экологтарын ҡотлайбыҙ!
Асҡындың эш экологтарын ҡотлайбыҙ!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас