Йәнтөйәк
+18 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
21 Июля , 07:10

Палаткалар ҡаласығы ойошторола

25-26 июлдә Өфөләге “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркында Рәсәй кимәлендәге V “Рәхәттә” халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм форумы үткәрелә.

Палаткалар ҡаласығы ойошторолаПалаткалар ҡаласығы ойошторола
Палаткалар ҡаласығы ойошторола

Фестиваль биләмәһендә палаткалар ҡаласығы буласаҡ.

Мөһим шарттар:

  • алдан теркәлергә кәрәк;
  • йәшәү ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ;
  • балаларҙы өлкәндәр менән генә үткәрәсәктәр;
  • палаткағыҙ булмаһа, прокатҡа алырға мөмкин.

Әйткәндәй, фестивалдә, медицина өлөшөнән тыш, мунса мәҙәниәте лә күрһәтеләсәк. Маҡтаулы ҡунаҡтарҙың береһе, сабыныу оҫтаһы, Мунса эше академияһы уҡытыусыһы Иван Бояринцев киләсәк. Ул миндекте, еҫле майҙарҙы дөрөҫ файҙаланырға, мунсалағы һауа температураһын дөрөҫ файҙаланыу һәм башҡалар тураһында һөйләйәсәк.

Фестивалдә һеҙҙе шулай уҡ башҡорттарҙың мунса инеү йолалары мөхите, спорт ярыштары, милли аш-һыу көтә. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн республикала сәләмәт тормош алып барыу, тыуған яҡты өйрәнеү төп брендтарҙың береһенә әйләнде.

0+

 

Автор фотоһы (архивтан).

https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2026-07-20/palatkalar-alasy-y-oyoshtorola-4757425

Автор:
Читайте нас