Йәнтөйәк
+18 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
21 Июля , 10:30

Һайлау ҡануниәте талаптарын үтәү мотлаҡ

Бөгөн Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы  киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн видеоконференция режимында кәңәшмә үткәрҙе.  Унда Асҡын районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Илдус Нәбиев һәм ”Йәнтөйәк” район-ара гәзите баш мөхәррире Наилә Имаева ҡатнашты.

Һайлау ҡануниәте талаптарын үтәү мотлаҡҺайлау ҡануниәте талаптарын үтәү мотлаҡ
Һайлау ҡануниәте талаптарын үтәү мотлаҡ

 

Көн тәртибендә өс мәсьәлә ҡаралды.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов алдағы һайлау кампанияһы сиктәрендә мөһим даталар һәм ваҡиғалар хаҡында һөйләне.

Сәйәси партиялар һәм киң  мәғлүмәт саралары менән эшләү бүлеге мөдире Елена Лысова һайлауҙарҙы яҡтыртҡанда  киң мәғлүмәт сараларының ҡатнашыуына ҡағылышлы ҡануниәттең төп талаптарын билдәләне.

Роскомнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү бүлеге начальнигы Рәфисә Шәйхисламова һайлау темаһын яҡтыртҡанда киң мәғлүмәт саралары ебәргән типик хаталарҙы анализланы. Ул шулай уҡ һайлау ҡануниәте талаптарын үтәү буйынса тәҡдимдәр бирҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт Думаһына һәм Федерация Советына депутаттар һайлау 2026 йылдың 18-20 сентябрендә үтәсәк.

 

Һайлау ҡануниәте талаптарын үтәү мотлаҡ
Һайлау ҡануниәте талаптарын үтәү мотлаҡ
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас