Йәнтөйәк
+18 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
21 Июля , 09:30

Асҡын районында һыу баҫыуға бәйле хәл даими контролдә тотола

Пермь крайында дамба йыуылыу һөҙөмтәһендә һыу баҫыуҙан зыян күргән Үршиҙе, Сураш һәм Солтанбәк ауылдарында хәл контролдә тотола. Һыу кәмей башланы, халыҡ өйҙәренә ҡайтып, йорт-тирәне йыйыштыра. Ауылдарҙа электр һәм телефон бәйләнеше менән тәьмин итеү тергеҙелде.

Асҡын районында һыу баҫыуға бәйле хәл даими контролдә тотолаАсҡын районында һыу баҫыуға бәйле хәл даими контролдә тотола
Асҡын районында һыу баҫыуға бәйле хәл даими контролдә тотола

 

Ауылдарҙа бөгөн махсус комиссия ла эшләй: белгестәр ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә зыян күргән объекттарҙы тикшерәсәк. Тикшереү йомғаҡтары буйынса һәр объект буйынса артабанғы ғәмәлдәр тураһында айырым ҡарар ҡабул ителәсәк.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында тәүлек әйләнәһенә оператив штаб эшләй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Пермь крайында дамба йыуылыу һөҙөмтәһендә Асҡын районында Сарс йылғаһы күтәрелеү сәбәпле Үршиҙе, Сураш, Солтанбәк ауылдарында  102 йорт яны биләмәһен һыу баҫты.

Һыу баҫҡан биләмәләрҙә “Ғәҙәттән тыш хәл” режимы индерелде.

Ауылдар буйынса хәл:

- Үршиҙе – 31 ихата, һыу кимәле түбәнәйә;

- Сураш – 22 ихата, һыу кимәле түбәнәйә;

- Солтанбәк – 44 ихата, 

- Кәмәшиҙе – 5 ихата һыуҙа, әммә даими йәшәүселәр юҡ.

 162 кешенең 152-һе һыу күтәрелгәнгә тиклем үҙаллы эвакуациялана.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында тәүлек әйләнәһенә штаб эшләй.

Асҡын районында һыу баҫыуға бәйле хәл даими контролдә тотола
Асҡын районында һыу баҫыуға бәйле хәл даими контролдә тотола
Асҡын районында һыу баҫыуға бәйле хәл даими контролдә тотола
Асҡын районында һыу баҫыуға бәйле хәл даими контролдә тотола
Асҡын районында һыу баҫыуға бәйле хәл даими контролдә тотола
Асҡын районында һыу баҫыуға бәйле хәл даими контролдә тотола
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас