

Бында ҙур ремонттан тыш балалар өсөн мөғжизәле мөхит тә булдырылды. Ул «Ғаилә» милли проектының «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» инициативаһы ярҙамында барлыҡҡа килде. Йомшаҡ мебель, пуфтар, мендәрҙәр менән уңайлы урындар, яңы өҫтәлдәр, стеллаждар ҡуйылған эш мөйөштәре, бәләкәстәр өсөн хәүефһеҙ уйын майҙансығы — бында һәр кем күңеленә яҡын шөғөл табасаҡ. Интерактив панелдәр, компьютерҙар, шулай уҡ Wi-Fi-лы ижад студияһы, ял итеү мөйөшө бар. Китап фонды ла 1167 яңы баҫмаға тулыланды.