

Баҡсала йәшелсә-емештәрҙең өлгөргән мәле. Уңған хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар, башҡа төрлө ҡабымлыҡтар әҙерләп ҡуйырға тырыша. Ишембай районы Смаҡай ауылынан Фәүзиә Насированың иң яратҡан ҡайнатмаларының береһе ул – ҡабаҡсанан (кабачки) повидло. Бәлеш бешерһәң дә, былай ашайым тиһәң дә бик тәмле килеп сыға икән. Бөгөн дә ул 10 килограмм ҡабаҡсанан 20 банка ҡабаҡса-лимон повидлоһын эшләп ҡуйған. Һүҙҙе аш-һыу уңғанына бирәйек.
– Бер килограмм ҡабаҡса, бер килограмм шәкәр, ике лимон алам. Ҡабаҡсалар орлоҡлана башлағансы, йәштәрен генә йыям. Уны ҡырғыс аша үткәрәм һәм ит турағыс аша үткәрелгән лимонды, шәкәрҙе ҡушып ҡайнатырға ултыртам. Ҡатнашманы ҡайнатып сығарам һәм һүндереп ҡуям, бутап алырға ла онотмайым. Һыуынғас, йәнә ҡайнатырға ултыртам һәм ҡайнап сыҡҡас тағы һүндерәм. Өсөнсө тапҡыр ҡайнатҡас, стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡастар менән ябып ҡуям. Баҙҙа һаҡларға ла мөмкин, һыуытҡыста ла. Ҡабаҡсалар шундай үҙенсәлеккә эйә, уға нимәне ҡушаһың, ул шуның тәмен ала. Лимон ҡушһаң, лимон тәмәйтә, әфлисун ҡушһаң уның тәме килә. Минең өсөн иң тәмлеһе лимон ҡушып ҡайнатылғаны, - ти Фәүзиә апай.
Ҡабаҡсалар иртә өлгөрһөн өсөн уларҙы апрель аҙағында уҡ стакандарға сәскән. Хәҙер уңышы өлгөргән. Уларҙың береһен дә әрәм итмәй уңған хужабикә.
Фото: Фәүзиә Насированыҡы.
Автор:Резеда Шәнгәрәева
https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2026-07-16/aba-sanan-povidlo-telde-yotorlo-4754155