

Стресс кисермәгәндәр һирәктер. Ошондай ауыр саҡта тынысланыу өсөн диафрагма менән тын алығыҙ, тип кәңәш бирә белгестәр. Тәрән тын алыу парасимпатик нервы системаһын әүҙемләштерә һәм хәүефләнеүҙе кәметә.
Йышыраҡ көлөгөҙ, тип кәңәш итә табиптар, сөнки ул эндорфиндар кимәлен күтәрә һәм артериаль баҫымды түбәнйтә.
Үҙәк көйгәндә һул яҡ ҡабырғала йоҡлағыҙ. Был рәүешле йоҡлау ашҡаҙан һутының ҡыҙыл үңәскә эләгеүен, әсе тәм килеүен кәметә.
Сөскөрөүҙең дә рәте бар. Әгәр уны туҡтатырға теләп, танау һәм ауыҙығыҙҙы ҡулығыҙ менән ҡыҫып ҡаплайһығыҙ икән, ҡолаҡтарығыҙға йәки ҡан тамырҙарығыҙға зарар килтереүегеҙ ихтимал, тип иҫкәртә терапевтар.
Ваҡыт уҙыу менән тәндә барлыҡҡа килгән миңдәр һәр кемде һағайта. Уны тикшереүҙең ҡағиҙәһе бар: ассиметрия күҙәтеләме, ситтәре тигеҙ түгелме, төҫө үҙгәрәме, диаметры алты миллиметрҙан артмағанмы – даими күҙәтегеҙ. Был билдәләр меланома тураһында һөйләй.
Ҡан баҫымын ҡулдарҙың икеһендә лә үлсәргә кәрәк. Әгәр ҡан баҫымы араһындағы айырма терегөмөш бағанаһының 15 миллиметрынан да күберәк булһа, бының йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен аңлатыуы ихтимал.
Йоҡлағанда хырылдауҙың сәләмәтлеккә зыян килтереүе мөмкин. Йыш ҡына ул юғары ҡан баҫымы сәбәпсеһе булған обструктив апноэ билдәһе булып тора, инфаркт, инсульт һәм кинәт вафат булыу хәүефен арттыра.
Наушниктарҙы ике сәғәттән дә оҙаҡ кейергә ярамай. Тауыш эске ҡолаҡтың сәс күҙәнәктәренә зарар килтерә, кешенең ишетеү һәләте юғалыуы ихтимал.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.