Был турала РИА Новости агентлығына биргән интервьюһында Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе. Министрлыҡта яңы дисциплинаны индереүгә әҙерлек башланған. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2026-2027 уҡыу йылынан яңы фәнде 5-се класс уҡыусылары өйрәнә (йылына 17 сәғәт). 2027-2028 уҡыу йылында был фән - 6-сы һәм 7-се кластарҙың (йыл һайын 34 сәғәт), ә 2028-2029 уҡыу йылынан 5-9-сы кластарҙың программаһына индерелә. "Яңы уҡыу йылында "Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәте" фәне уҡытыла башлай, ошо фән буйынса дәреслектәр әҙерләйбеҙ", - тип һөйләне Сергей Кравцов. Курс мәктәп уҡыусыларында илдең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре нигеҙендә донъяға ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Уҡыусылар күренекле ватандаштарыбыҙҙың - дәүләт, йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, шулай уҡ Махсус хәрби операция геройҙарының биографияһы һәм ҡараштары менән таныштырыла. Әйткәндәй, Рәсәй мәктәптәрендә яңы уҡыу йылынан ғәрәп теле уҡытыла башлай.
#КискеӨфө