Йәнтөйәк
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
16 Июля , 10:05

Абитуриенттар өсөн иң яуаплы осор

Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында ҡабул итеү кампанияһы үҙ эшен дауам итә. Абитуриенттар уҡыу йортоноң алты факультетына – физика һәм математика, социаль-гуманитар, филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар, биология һәм химия, педагогика, инженер-технология факультеттарының педагогик һәм педагогик булмаған йүнәлештәренә документтарын тапшыра. Ҡабул итеү шарттарында ниндәй үҙгәрештәр бар, маҡсатлы уҡыу квотаһы буйынса нисек уҡырға инергә? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән юғары уҡыу йортоноң ҡабул итеү бүлеге етәксеһе Галина Даниловна Сайсановаға мөрәжәғәт иттек.

Абитуриенттар өсөн иң яуаплы осорАбитуриенттар өсөн иң яуаплы осор
Абитуриенттар өсөн иң яуаплы осор

Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында ҡабул итеү кампанияһы үҙ эшен дауам итә. Абитуриенттар уҡыу йортоноң алты факультетына – физика һәм математика, социаль-гуманитар, филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар, биология һәм химия, педагогика, инженер-технология факультеттарының педагогик һәм педагогик булмаған йүнәлештәренә документтарын тапшыра. Ҡабул итеү шарттарында ниндәй үҙгәрештәр бар, маҡсатлы уҡыу квотаһы буйынса нисек уҡырға инергә? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән юғары уҡыу йортоноң ҡабул итеү бүлеге етәксеһе Галина Даниловна Сайсановаға мөрәжәғәт иттек.
– Галина Даниловна, ҡабул итеү кампанияһына документтар тапшырыу шарттары менән таныштырып үтегеҙ әле.
– Ҡабул итеү кампанияһы 20 июндә старт алды. Абитуриенттар уларҙы өс юл менән тапшыра ала. Беренсеһе – юғары уҡыу йортона шәхсән килеп тапшырыу. Икенсе һәм өсөнсө юл өйҙән генә ебәреүҙе күҙ уңында тота. Почта аша ебәргәндә абитуриент барлыҡ кәрәкле документтарын туплап, конвертҡа һалып, уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһына ебәрә һәм уның хаҡындағы мәғлүмәттәр дөйөм базаға индерелә. Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы “Вузға онлайн уҡырға инеү” сервисынан да ебәрергә мөмкин.
Шулай уҡ юғары уҡыу йорто абитуриенттарға уңайлы мөмкинлек тыуҙырыу маҡсатында Асҡын, Ҡариҙел, Борай, Балтас, Тәтешле, Саҡмағош, Дүртөйлө, Илеш, Мишкә, Шаран, хатта Ҡыйғы, Салауат, Дыуан райондары үҙәктәренә күсмә документтар ҡабул итеү ойоштора. Был осраҡта ҡыҙҙар һәм егеттәргә үҙҙәрен борсоған һорауҙарға шәхсән яуап алыу мөмкинлеге бар.
Абитуриенттар элеккесә биш юғары уҡыу йортонда бишәр йүнәлеш һайлай ала. Төп шарт – конкурста ҡатнашыу өсөн теләгән һөнәр буйынса уҡырға инергә ризалыҡ белдереп ғариза яҙыу. Ул онлайн-алымда бер уҡыу йортоноң бары бер йүнәлешенә, йәғни аныҡ уҡырға ингән профилгә яҙыла. Тап ошо ғариза нигеҙендә абитуриентты уҡырға ҡабул итеү тураһында бойороҡ сығарыла. Тағы шуны әйтергә кәрәк, өҫтәмә һынауҙар буйынса уҡырға инеүселәр документтарын 20 июлгә, ә Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре генә иҫәпкә алынһа, 27 июлгә тиклем тапшыра ала.
Ташламаға эйә, маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға инеүселәргә 1 августа ризалыҡ биреү тамамлана, ә уҡырға ҡабул ителеүҙәре тураһындағы тәүге бойороҡ 3 августа сығасаҡ. Төп “тулҡын”да ҡатнашҡандарға 5 авгусҡа тиклем ризалыҡ биреү мөһим, ә бойороҡ 7 август иғлан ителәсәк. Өҫтәмә этап 9 һәм 11 авгусҡа тура килә. Артабан август аҙағына тиклем ситтән тороп уҡыу, магистратура йүнәлештәренең бюджет урындарына, түләүле нигеҙҙә уҡырға инеүселәргә ҡағылышлы бойороҡтар донъя күрәсәк.
– Галина Даниловна, бюджет урындары күләмен дә белге килә.
– Уҡыу йортонда алты факультет эшләй. Уларҙың һәр береһендә көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәре бар. Әйтергә кәрәк, быйыл 400-гә яҡын бюджет урын бакалавриатҡа, ә магистратураға 93 урын бүленгән. Колледж иһә айырым структур йүнәлеш. 9-сы кластан һуң уҡыуҙарын урта һөнәри белем биреү учреждениеларында дауам итергә теләүселәрҙең һаны кәмемәй. 11-се класс аттестаты менән дә киләләр. Ғөмүмән, колледжда 170 абитуриент бюджет урынға дәғүә итә ала. “Хоҡуҡ һаҡлау”, “Юриспруденция” профилдәренә түләүле урындарҙың ғына булыуы йәштәрҙе ҡурҡытмай. Күпселек ошо йүнәлештәрҙе һайлай.
– Юғары уҡыу йортона студенттар ҡабул итеүҙә быйыл ниндәй үҙгәрештәр бар?
– Артыҡ айырма юҡ. Шуны әйтеп китергә кәрәк, колледждан һуң юғары уҡыу йортона йәки бакалавриаттан һуң магистратураға уҡырға инеүселәрҙең алдағы дипломдары уҡырға инәсәк профилдәргә тура килеүе мөһим. Мәҫәлән, ашнаҡсы һөнәрен үҙләштергәндәр педагогик йүнәлеште һайлай алмай.
– Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға инеү ҡағиҙәләре тураһында ла ентекләберәк һөйләгеҙ әле.
– Абитуриенттар махсус “Работа в России” порталынан үҙен уҡытасаҡ заказсы табып килешеү төҙөй ала. Мәҫәлән, буласаҡ математика, информатика, шулай уҡ рус, башҡорт, инглиз телдәре уҡытыусылары менән Бөрө, Ҡариҙел, Ишембай, Краснокама, Тәтешле, Балаҡатай, Борай райондарының мәғариф бүлектәре килешеү төҙөргә әҙер. Абитуриент иһә килешеү һәм башҡа документтары менән хөкүмәт бүлгән маҡсатлы урындарға айырым конкурста ҡатнаша.
– Шәхси ҡаҙаныштарҙы иҫәпкә алаһығыҙмы? Абитуриенттарға ниндәй квоталар бар?
– Уҡыуҙарын ҡыҙыл дипломға, тик “бишле” аттестаты менән алтын йәки көмөш миҙалға тамамлаусыларға 10 балл, “Уҡыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы булғандарға, Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәренә, Европа һәм донъя беренселегендә призлы урын яулаусыларға, спорт мастерҙарына шулай уҡ 10-шар балл бирелә. ГТО-ның алтын билдәһенә – 10, көмөшкә – ете, бронзаға биш балл биреү ҡаралған. Хәрби билетлыларға биш балл, ә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 10 балл өҫтәләсәк. Ирекмәндәрҙең эше лә иҫәпкә алынасаҡ – өс балл. Шулай уҡ РФ-ның Фән һәм юғары белем биреү министрлығы раҫлаған олимпиадаларҙа ҡатнашыусылар һәм аныҡ һөҙөмтәгә өлгәшеүселәр етенән алып 10-ға тиклем өҫтәмә балл йыя ала.
Квоталарға килгәндә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға, инвалидтарға, ата-әсәләре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға өҫтөнлөк биреләсәк.
– Уҡыу йортона бакалавриат, магистратура программалары буйынса абитуриенттар ҡабул ителә. Һуңғы йылдарҙа ниндәй яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килде?
– Күптән эшләп килгән педагогик университеттың факультеттарында, әлбиттә, педагогик йүнәлеш өҫтөнлөк итә. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта баҙар иҡтисады ҡушыуы һөҙөмтәһендә һәр факультетта яңы йүнәлештәр асыу буйынса эштәр алып барыла. Мәҫәлән, “транспорт-технология машиналарын һәм комплекстарын эксплуатациялау”, “техносфера хәүефһеҙлеге”, “янғын хәүефһеҙлеге”, “инженер-эколог” кеүек йүнәлештәр үҙҙәрен аҡланы. Йәштәр шулай уҡ “тирә-яҡ мөхит дизайны”, “ҡорамалдар, мебель һәм интерьер дизайны”, “биомедицина” кеүек йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирә.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Галина Даниловна. Һеҙгә һәм абитуриенттарға уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас