Йәнтөйәк
+17 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
15 Июля , 03:05

Улар – армияның үткер күҙе һәм һаҡ ҡолағы

Бер ғаиләнән аталы-уллы ике яугир Тыуған илебеҙ мәнфәғәттәрен һаҡлай.

Улар – армияның үткер күҙе һәм һаҡ ҡолағыУлар – армияның үткер күҙе һәм һаҡ ҡолағы
Улар – армияның үткер күҙе һәм һаҡ ҡолағы

Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бөгөн Ватан һағында торған яҡташтарының береһе, пилотһыҙ осоу аппараттары операторы Илья Лазарев тураһында яҙған. Етәксе алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәгән йәштәргә һоҡланыуын белдергән.

“Яҡташыбыҙ Йәрмәкәй районында тыуып үҫкән. Баженов ауылында мәктәпте тамамлағандан һуң, электр һәм газ менән иретеп йәбештереү һөнәрен ала, һалдат хеҙмәтен үтә. Аҙаҡ үҙенең яҙмышын армия менән бәйләргә ҡарар итә.  

Ильяның ата-әсәһе һәм ике туғаны бар. Атаһы ла шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Бер ғаиләнән ике яугир Тыуған илебеҙ мәнфәғәттәрен һаҡлай.

Ильяның хеҙмәтен баһаламау мөмкин түгел. Пилотһыҙ авиация операторҙары хеҙмәте яҡшы әҙерлек, юғары теүәллек, зиһенлек һәм бирелеп эшләүҙе талап итә. Яҡташыбыҙҙың күнекмәләренә, оҫталығына операцияларҙың уңышы, разведка мәғлүмәттәре, яугирҙәрҙең хәүефһеҙлеге бәйләнгән. Улар – армияның үткер күҙҙәре һәм ҡолаҡтары, хеҙмәттәре юғары технологиялар һәм көрәш киҫелешендә бара.

Беҙ бөгөн хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәгән яҡташтарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм уларға рух ныҡлығы, именлек һәм тыуған яҡтарына еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Пилотһыҙ осоу операторҙары - бөгөн армияла бик мөһим белгеслектәрҙең береһе. Улар разведка алып барырға, штурм төркөмдәренә ярҙам итергә, хәрбиҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.

Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.

Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт төҙөй ала.

Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның  ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа белгеслеккә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай.

Был өлкәләге контрактсылар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла.

Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инә аласаҡ.

 

Фото: Азат Сәхәбиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

https://bashgazet.ru/articles/care/2026-07-15/ular-armiyany-tker-k-e-m-a-ola-y-4751815

Улар – армияның үткер күҙе һәм һаҡ ҡолағы
Улар – армияның үткер күҙе һәм һаҡ ҡолағы
Автор:
Читайте нас