Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
15 Июля , 09:25

Еңеү өсөн көс һәм ынтылыш бирер

Әлшәй районында «Ер ҡото» бишенсе төбәк-ара фестивале үтте.

Еңеү өсөн көс һәм ынтылыш бирерЕңеү өсөн көс һәм ынтылыш бирер
Еңеү өсөн көс һәм ынтылыш бирер

 

Әлшәй районында  «Ер ҡото» V төбәк-ара этномәҙәни патриотик фестивале  үтте. Унда  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре, яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүсе ирекмәндәр,  район халҡы, күп һанлы ҡунаҡтар йыйылды. Сарала районыбыҙҙан  да делегация ҡатнашты. Уны «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының Ҡариҙел районы буйынса социаль координаторы Ришат Ғәлинуров етәкләне. 

– “Ер ҡото” фестивале – яугирҙарыбыҙ, яҡындарыбыҙ өсөн көс алыу урыны. Бөгөн уларҙы бер урында йыйып, әһәмиәтен күрһәтәбеҙ, һорауҙарға яуап бирәбеҙ, рәхмәт белдерәбеҙ. Өсөнсө йыл рәттән беҙҙең фестиваль махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йүнәлтелгән. Сараны Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнаныҡ. Фестиваль уларға Еңеү өсөн көс һәм ынтылыш бирер, тип ышанабыҙ, – тип билдәләне проект авторы, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Байрамға Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор Александр Окатьев, Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Данияр Абдрахманов,  Бөтә Рәсәй “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” ижтимағи-дәүләт ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары Наталья Альтнер, республиканың МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, район хакимиәттәре башлыҡтар, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, дин әһелдәре һәм башҡа почетлы ҡунаҡтар килә.

– Махсус хәрби операция яугирҙарының  һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булыуын, уларҙың даими таяныс табасағын аңлауға йүнәлтелгән бындай сараларҙың әһәмиәте юғары баһаға лайыҡ. Байрамда тормошобоҙҙа нимә барғанын күрергә һәм аңларға тейеш балалар күп булыуы ҙур әһәмиәткә эйә, ә яугирҙарҙан башҡа был хаҡта бер кем дә, бер фильм да, бер китап та һөйләмәйәсәк, – тип билдәләне Александр Окатьев.

Асыу тантанаһы дәүләт һәм ведомство наградаларын тапшырыу менән тамамланды. Бүләкләнеүселәр араһында райондаштарыбыҙ ҙа бар. Рәбиға Ҡушаева исемендәге “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһының «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы менән Абыҙ ауылынан Ғәшүрә Низаметдинова бүләкләнде. Уның улы Борис 2024 йылдың октябрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм уҡсылар батальонында хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул уҡ йылдың декабрендә ул хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.  Борис Илшат улы йәш быуын өсөн  батырлыҡ, фиҙаҡәрлек һәм хәрби антҡа тоғролоҡ өлгөһө булып тора.

Шулай уҡ “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалының  Рәхмәт хаты менән әүҙем гражданлыҡ позицияһы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Ҡариҙел ауылынан Алмаз Ғәниев бүләкләнде. Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ҡыйыу ир-егет МХО башланғас,  үҙ теләге менән Ватан һағына баҫа. Яҡташыбыҙ II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн», II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн», «Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашыусы», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән. Алмаз Рәфил улы һаулыҡ торошо буйынса демобилизациялана, әммә уның хәрби юлы мәңгегә тарихҡа яҙылған.

«Ер көсө» фестивалендә Алмаз Ғәниев спорт ярыштарында ла үҙен һынап ҡарай. Ул еңеүгә ынтылышын һәм көсөн күрһәтеп, гер спорты, бысаҡ ырғытыу буйынса ярыштарҙа беренсе урынды яулай һәм кубок, миҙал, дипломдар менән бүләкләнә.

 Фестиваль программаһы медицина, психология, мәғариф, спорт һәм мәҙәни йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алды. Белгестәр һәм эксперттар 28 майҙансыҡта эшләне.

 

Ҡариҙел халҡы ойоштороусыларға ауыр ваҡытта кешеләрҙе берләштереүҙәре һәм уларға реаль ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фестивалдең эшлекле программаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү системаһына йәлеп ителгән министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашлығында брифинг уҙҙы.

“Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы”ның төбәк бүлексәһенең Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына арналған майҙансығында Наталья Альтнер, Бөтә Рәсәй “Белем” йәмғиәте лекторы Тимур Мостафин сығыш яһаны. Йәш патриоттар өсөн “Йәнле һүҙ” викторинаһы үтте.

“Рус теленең көсө” майҙансығының кульминацияһы төбәк бүлексәһе менән “Башҡортостан урыҫтары соборы”, “Башҡортостан Республикаһы татарҙары конгресы”, “Фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы”, “Башҡортостан Республикаһы сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте”, “Эрвел Марий” төбәк мари милли-мәҙәни автономияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу булды.

Фестивалдә “Минең бизнесым” үҙәге үҙ майҙансығын тәҡдим итте. Сарала “Ватанды һаҡлаусы ғаиләһе” фотокүргәҙмәһе менән таныштырҙылар. Шулай уҡ табиптар ҡабул итеү ойошторҙо. Теләгән һәр кем өсөн медицина консультациялары үткәрелде, психологтар ҡабул итте, улар эмоциональ хәл-торошҡа булышлыҡ итеүгә һәм эске торошто нығытыуға йүнәлтелгән психологик тренингтар һәм шәхси консультациялар үткәрҙе.

Шулай уҡ халыҡ дауалаусылары үҙ эшен алып барҙы. Улар һаулыҡ менән бәйле проблемаларҙы хәл итеүҙән алып күңел тыныслығын табыуҙа ярҙам итеүгә тиклем мәсьәләләрҙең киң спектры буйынса консультациялар тәҡдим итте.

Фестиваль сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә социаль һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү буйынса “Ватанды һаҡлаусылар” республика акцияһы — юридик десант ойошторолдо. “Ватанды һаҡлаусылар” юридик десантына министрлыҡтарҙан һәм ведомстволарҙан 26 белгес йәлеп ителгән. 250-нән ашыу мөрәжәғәт килгән, уларға эксперттар яуап биргән. 180-дән ашыу МХО ҡатнашыусыһына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына юридик ярҙам күрһәтелгән.

Фестивалгә бөтә республиканан килгән көрәшселәр өсөн спорт төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм ГТО нормативтарын тапшырыу ойошторолдо.

– Фестивалдең ярыштар программаһына 463 ҡатнашыусы инде. Милли көрәштә дүрт ауырлыҡ категорияһында 38 батыр ҡатнашты. Әлшәй районынан Илмир Садиҡов абсолют чемпион булды. Греплинг, мас-реслинг, тупты ҡапҡаға ырғытыу, мини-футбол, гир күтәреү спорты, армрестлинг, уҡ атыу, бысаҡ ырғытыу буйынса үҙен һынап ҡарарға теләүселәр күп булды. 100-гә яҡын кеше үҙҙәрен көстә, тиҙлектә һәм һығылмалылыҡта һынап ҡараны, ГТО нормаларын тапшырҙы, – тип уртаҡлашты майҙансыҡты ойоштороусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Ирек Зарипов.  

Фестивалдең йәш ҡунаҡтары өсөн “Биш ашыҡ” башҡорт халыҡ уйыны менән балалар майҙансығы эшләне. МХО ветерандары мәктәп уҡыусылары өсөн батырлыҡ дәресе үткәрҙе, ә МХО Ветерандары ассоциацияһы 120-гә яҡын кешене йыйған ғаилә уйындарын ойошторҙо.

Фестиваль сиктәрендә республиканың 50 районынан 300-ҙән ашыу кешене йыйған беренсе республика ирекмәндәр форумы үтте. Ирекмәндәр “Хәрби туғанлыҡ” төбәк-ара йәмәғәт берекмәһе ярҙамында гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторҙо.

Халыҡ уйындары, ҡулланма сәнғәт буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм халыҡ йолаларының байлығын күрһәтеүсе һөнәрҙәр йәрминкәһе байрамдың айырылғыһыҙ өлөшө булды.

Фестиваль сиктәрендә шулай уҡ сараның рухи өлөшөн сағылдырған асыҡ һауала коллектив намаҙ һәм барыһын да берләштергән традицион хәйриә табыны үтте.

“Ер көсө” фестивале йәнә бер тапҡыр төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыуҙа һәм мәҙәни мираҫты һаҡлауҙа үҙенең ролен иҫбатланы.

Сара Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлегенә, Ватанды һаҡлаусыларға һәм милләт-ара татыулыҡ традицияларына ихтирамдың сағыу миҫалына әүерелде”,  - тине район делегацияһы  етксеһе Ришат Ғәлинуров.

 

Әйткәндәй...

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды Рәсәй Президенты Владимир Путин указы буйынса булдырылды. Уның төп маҡсаты – МХО ветерандарын һәм геройҙарҙың ғаилә ағзаларын шәхси оҙатыу. Фондтың белгестәре һәм социаль координаторҙары яҡлаусыларға медицина һәм социаль реабилитация менән генә түгел, ә ҡайтанан уҡытыуҙа һәм эшкә урынлаштырыуҙа ла ярҙам итә, юридик ярҙам күрһәтә, торлаҡты инвалидтар ихтыяждарына яраҡлаштыра һәм оҙайлы ваҡытҡа өйҙә тәрбиәләүҙе тәьмин итә. Фондты РФ оборона министры урынбаҫары Анна Цивилева етәкләй. Фонд филиалдары Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә эшләй.

 

Марат Бүләков.

Еңеү өсөн көс һәм ынтылыш бирер
Еңеү өсөн көс һәм ынтылыш бирер
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас