

Китапта Башҡортостан журналистары һәм яҙыусылары Лариса Абдуллина, Мөнир Ҡунафин, Морат Рафиҡов, Гөлназ Ҡотоева, Миләүшә Ҡаһарманова һәм Гөлсирә Ғиззәтуллина-Ғайсарованың әҫәрҙәре тупланған.
Морат Рафиҡовтың хикәйәһен «Башинформ»дың әҙәби мөхәррире Алик Шакиров тәржемә иткән.
«Башҡортостан журналистары һәм яҙыусылары махсус хәрби операция йылъяҙмаһын яҙа. Унда ошо һуғыш геройҙарының ҡаһарманлығы ғына түгел, ә ауыр фронт көнкүреше, уларҙың туғандарының һәм яҡындарының тылдағы уй-кисерештәре лә сағылыш тапҡан. Башҡортостан МХО-ла еңеү өсөн байтаҡ эштәр башҡара. Уның яугирҙәре рәхмәтле ватандаштарыбыҙ хәтерендә ҡалырға лайыҡлы», — тип хәбәр иттеләр нәшриәттән.
Бынан алдараҡ Өфөлә тәүге тапҡыр 112-се Башҡорт атлы дивизияһының бөтә фотоһүрәттәре менән китап сығарыуҙары тураһында яҙғайныҡ.
Ләйлә Аралбаева