

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн Башҡортостан юлдаш каналында Республикаға идара итеү үҙәге яғыулыҡҡа бәйле хәл буйынса брифинг үткәрҙе. Һорауҙарға республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова яуап бирҙе.
Һүҙ нимә тураһында барҙы? Ҡыҫҡаса аңлатабыҙ!
- Салауатҡа БПЛА һөжүме Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарына йоғонто яһамаясаҡ.
- Яғыулыҡ етерлек. Запасы булған етештереү ҡеүәттәре төбәк ихтыяждарын тәьмин итә. Халыҡты тыныслыҡ һаҡларға саҡыралар.
- Шау-шыу кәмей. Канистрҙарға һәм башҡа һауыттарға яғыулыҡ тултырыуға сикләүҙәр ғәмәлдә. Төп йөкләмә – эре АЗС-тарға, бәләкәй заправкаларҙың яҡынса 20 проценты ваҡытлыса эшләмәй, сөнки биржа аша һатып алыу ҡатмарлы.
- Коммуналь техника һәм махсус хеҙмәттәр өҫтөнлөклө тәртиптә яғыулыҡ менән тәьмин ителә (айырым колонкалар, яғыулыҡ карталары, раҫланған исемлектәр).
- Ауыл хужалығы етештереүселәре урып-йыйыу кампанияһы өсөн үҙ запастары менән тәьмин ителгән.
- М-12 трассаһында проблемалар юҡ, "Өфө-Стәрлетамаҡ" трассаһында Ауырғазы һәм Мәләүез райондарында ҡатмарлыҡтар бар (унда ҙур булмаған заправкалар эшләй).
- АИ-95 бензины менән проблемалар яғыулыҡ етештереү үҙенсәлектәре менән бәйле – АИ-92 еңелерәк етештерелә.
- Өфөлә хәлде нормалләштереү ике-өс көн дауамында көтөлә, тәү сиратта — ҙур ҡалаларҙа.
- Ҡайтанан бүлеү мәсьәләләре ҡул режимында хәл ителә (мәҫәлән, “Уфаойл” компанияһына яғыулыҡ менән тәьмин итеүгә кәрәкле контракттар төҙөргә ярҙам иткәндәр).
- Яғыулыҡ ҡойоу станцияһы таблоһындағы мәғлүмәт көнүҙәк булырға тейеш – быны “Башнефть” менән эшләйҙәр. Әгәр АЗС-та бөтә колонкалар эшләмәһә, ә, мәҫәлән, икеәһе генә икән – улар төрлө резервуарҙарға тоташтырылған була, ул саҡта бер өлөшө ваҡытлыса һүндерелергә мөмкин.
- Мишкә районында һәм Бөрөлә хәл контролдә, тиҙҙән барыһы ла тотороҡлана.