

Елена һәм Николай Матвеевтар ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙағы һәм балалар тәрбиәләүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнде.
Өфө фән һәм технологиялар университеты факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина һәм физика-техник институтының кафедра мөдире Рим Вәлиуллин квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙәге уңыштары, ғилми‑педагогик эштәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалына лайыҡ булды.
Республиканың Рус академия драма театры артисы Ирина Агашкова‑Кореневаға – «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы», Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Нәйлә Йосоповаға һәм Рус драма театрының художество етәксеһе Елена Кондоянидиға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемдәре бирелде.
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Вести.ру