

Яҡташыбыҙ кесе сержант Алмаз Шәрәфисламов махсус хәрби операция биләмәһендә “Башҡортостан” полкының С. Зорин исемендәге танк батальоны командиры булып хеҙмәт итә. Июнь айында Ҡыҙыл Лиман районында хәрби бурысын үтәү барышында дошмандың пилотһыҙ аппараттары һөжүме һөҙөмтәһендә уның машинаһына зыян килә.
Яугир бер нисә көн дауамында, төндәрен, һауанан яңы һөжүмдәр хәүефе аҫтында, танкты ремонтлай, ғәмәлдә дошмандың күҙ алдында тиерлек эшләй. Техниканы йүнәтеп бөткәс, юғары тиҙлектә ышаныслы маневрҙар яһап командир “тимер ат”ын тупланыу районына сығара, хәрби берәмекте юғалтыуға юл ҡуймай.
Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Алмаз Шәрәфисламов II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалына тәҡдим ителә.
Быға тиклем ул Мәскәүҙә Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә парадта иң яҡшы механик-водитель булараҡ ҡатнаша.
Сығанаҡ: Молодежная газета.