

Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йортона Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә ремонт эштәре планлаштырылған.
Кәңәшмә барышында проектты тормошҡа ашырыу этаптары ҡаралды.
Тәү сираттағы бурыстар һәм эштәрҙе башҡарыу ваҡыты билдәләнде. Ремонт сифаты һәм эштәр графигын үтәү мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленде.
Ауыл халҡының Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә социаль инфраструктураны үҫтереүгә һәм йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән проекттарҙы эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыу мөмкин була.