Йәнтөйәк
+17 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
14 Июля , 16:20

Радий Хәбиров Салауатта Башҡортостан оператив штабының күсмә ултырышын үткәрҙе

14 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауатта «Газпром нефтехим Салауат» ЯСЙ майҙансығында төбәк оператив штабының күсмә ултырышын үткәрҙе.

Радий Хәбиров Салауатта Башҡортостан оператив штабының күсмә ултырышын үткәрҙеРадий Хәбиров Салауатта Башҡортостан оператив штабының күсмә ултырышын үткәрҙе
Радий Хәбиров Салауатта Башҡортостан оператив штабының күсмә ултырышын үткәрҙе

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: иртән предприятиеға пилотһыҙ осоусы аппараттар менән террористик һөжүм теркәлде. Зыян күреүселәр юҡ. Осоусы аппараттар ҡалдыҡтары сәнәғәт зонаһы биләмәһенә төшә.

Министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары, оператив хеҙмәттәр, предприятиелар һәм ҡала хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнашлығында үткән ултырышта стратегик объекттарҙы һаҡлауҙы көсәйтеү мәсьәләһе тикшерелде.

– Был Салауаттағы нефть химияһы комплексына пилотһыҙ аппараттарҙың әлегә иң көслө һөжүме, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бында эшелонлаштырылған оборона көслө, шуға күрә Оборона министрлығы, БАРС отряды һәм предприятиелар көсө ярҙамында уларҙы юҡ итеү йәки йүнәлештәрен юғалтырлыҡ итеп йоғонто яһау мөмкин булды.

Ултырышта террористик һөжүмдәр хәүефтәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында ведомство-ара эш итеү, иҫкәртеүҙәр һәм диверсияларға оператив яуап биреү шарттарында сәнәғәт предприятиеларының эшмәкәрлеге ҡаралды.

– Бер нисә янғын сығанағы теркәлде, һәм уларҙың барыһы ла тиерлек һүндерелде. Төп объекттар зыян күрмәне. Ресурстар ебәрелгән, электр кабелдәре үткән эстакадаларҙың ватылған урындары бар. Тергеҙеү эштәре тәүлек әйләнәһенә барасаҡ. Бер нисә көн эсендә предприятие элекке эш күләмдәренә ҡайтыр, тип уйлайым. Был бик мөһим. Критик инфраструктура объекттарының актив һәм пассив хәүефһеҙлеген артабан көсәйтеүҙе мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Бындай һөжүмдәр башҡаса булмаҫ, тип әйтә алмайбыҙ, ә был системалар пилотһыҙ аппараттар менән көрәштә үҙ һөҙөмтәлелеген күрһәтте лә инде.
https://glavarb.ru/ba/news/event/radiy-hbirov-salauatta-bashortostan-operativ-shtabyny-ksm-ultyryshyn-tkre/
Автор:
Читайте нас