

– Әсәйемә документтары буйынса 30 июндә 100 йәш булды. Ә былай ул әллә ҡасан был йәштән үткән инде, — тип һүҙен башланы ҡыҙы Фәнирә апай. — Ваҡытынан алда, бик бәләкәй, алты ғына айлыҡ булып тыуған ул. Ата-әсәһе уны һарыҡ тиреһенән тегелгән тундың еңенә, йылыға һалып үҫтергән. Аҙыраҡ нығынғас ҡына яҙҙырғандар.
Тыуғас та тормошҡа йәбешеп үҫкән ҡыҙ ғүмерендә әллә нисә тапҡыр үлем менән көрәшә. Беренсе класта уҡыған сағында биҙгәк сире (малярия) менән ауырып, 14 ай түшәктә ята. Унан тиф, ҡыҙамыҡ ауырыуҙарын бер-бер артлы үткәрә. Әммә уның һәр ваҡыт йәшәргә теләге көслө була, хатта ауылда өй рәтенән балалар ҡырылып үлгәндә лә, Нәфизә иҫән ҡала.
– Беҙҙең Иҫке Таҙларҙа шундай йола бар ине: берәйһе баҡыйлыҡҡа күсһә, бала-саға ауыл буйлап: “Йыназаға килегеҙ! Йыназаға килегеҙ!” — тип ҡысҡырып, халыҡты йыя. Минең шулай йөрөгөм килмәне, сөнки “йыназа”, “үлем” тигән һүҙҙәрҙән ҡурҡа инем. Үлгем килмәй минең, тип ҡысҡырып илап, башымды мендәр аҫтына тығып ятам. Шундай ваҡыттарҙың береһендә атайым: “Ҡыҙым, һин үлмәйһең, һин йәшәйһең, оҙаҡ йәшәйһең”, — тип мине йыуатҡайны. Атайымдың был һүҙҙәре фәрештәләрҙең “амин” тигән сағына тура килгән, күрәһең, — тип иҫенә төшөрөп алды бала сағын әбей.
Уҡырға ингәнсе үк уҡый-яҙа белһә лә, яҡшы өлгәшһә лә, һуғыш башланғас, Нәфизәгә уҡыуын ташларға тура килә. «Һуғыш оҙаҡ бармаҫ әле, атайым ҡайтыр, уҡырмын, уҡытыусы булырмын», — тип хыялланған ҡыҙҙың өмөттәрен атаһының үле хәбәре өҙә. 1942 йылдың ҡышында, Түбән Новгород ҡалаһындағы хәрби госпиталдә дауаланып, иртәгә фронтҡа китәм тип торған Фәтхелбаян, госпиталдәге диверсияға эләгеп, һәләк була. Был ауыр ҡайғыны әсәһе Фатима, тормош йөгөн егелеп тартҡан апаһы Нәжибә менән Нәфизә аяҡҡа баҫып килеүсе Нажия, Вафый, Зәйнәп иҫәнлеге өсөн үҙ иңдәрендә күтәрә. Илап ятырға, бирешергә ярамай, бары тик алға ҡарап атларға кәрәк. Заманаһы шундай була.
— 1943–1944 йылдарҙа хәлдәр тағы ла ауырайҙы. Ауылда кешеләр аслыҡтан шешенеп, күпләп үлә башланы. Беҙ ҙә ныҡ хәлһеҙләндек. Текән нәнәй (Балтас районы Текән ауылында йәшәгән өләсәләре тураһында бара һүҙ) биргән, быҙауларға ваҡыты еткән тананы ике бот картуф менән бер бот арышҡа алыштырҙыҡ. Улар ҙа оҙаҡҡа етмәне. Шул йылдарҙа Вафый менән Зәйнәп тә аслыҡҡа ныҡ биреште. Ауылға яҡыныраҡ баҫыуҙа ураҡ урғанда уларҙы үҙемдең янға саҡыра башланым. Бригадир күрмәгәндә, ашлыҡ ҡыҙҙырып, бутҡа бешереп ашатам. Баҫыу юлынан етәкләшеп, аяҡтарын саҡ һөйрәп килгән ҙур ҡорһаҡлы был икәүҙе саҡ көтөп алам. Оҙаҡ күренмәй торһалар, юлда үлгәндәрҙер инде тип, бергә эшләгән апайҙарға һиҙҙермәй генә илап алам, — тип иҫкә ала Нәфизә әбей һуғыш йылдарын.
Әбейҙең ошо хәтирәләрен күҙ алдыма килтерәм. Тамағыма төйөр, күҙҙәремә йәш килә. Был сабыйҙар өлкән апалары Нәжибә фермала эшләгәнлектән, алдан билдәләнгән урынға ҡасып ҡына килеп, һөт эсеп йөрөп кенә арыулана. Ферма мөдире ғаиләнең хәленә инеп, балаларҙың шулай һөт эсергә йөрөүенә күҙ йома.
16 йәшендә Нәфизә комсомолға инә.
— Март айында, 25 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан район үҙәгенә йәйәүләп, үҙе менән бер йәштәге Йәүҙәт исемле егет менән икәүләшеп комсомолға инергә баралар. Ҡайтҡанда, Үтәгән ауылына етәрәк, әсәйемдең сабатаһы таралып төшә. Үтәгән менән Иҫке Таҙлар араһы алыҫ бит әле. Шунда Йәүҙәт ауылдың сүплегенә инеп, бер ташланған сабата табып алып сыға. Ул сабата барыбер ҙә әсәйҙекенән арыуыраҡ була әле, — тип һүҙгә ҡушыла ҡыҙы Фәнирә апай.
Комсомолға ингәс, икенсе көндө үк уларға ауылдан көл йыйырға ҡушалар. Ат арбаһына тартма ултыртып, уның өҫтөнә иләк ҡуйып, ике көн буйына көл йыялар. Халыҡ араһында төрлө саралар уҙғарыу, халыҡтан ашлама өсөн көл, тауыҡ тиҙәге йыйыу, ферма һәм ат аҙбарында төндәрен дежур тороп, хәлһеҙләнгән малдарҙы ҡарау, бүреләрҙән һаҡлау — бына шулар комсомол активистары эшенең бер өлөшө була.
Рәхәтләнеп уйнап, һикереп-йүгереп үтәһе бала сағы аталарына эйәреп һуғышҡа китеп юғалған балалар бит улар. Ат урынына үҙҙәре егелеп, нығып та бөтмәгән беләктәре менән ауыр саналар тартып, колхоз эшенең бөтә участкаһында ла ололарҙан һис ҡалышмай эшләп, төндәрен ҡаса-боҫа әсәһе менән бәләкәй арбаға урмандан сыбыҡ-сабыҡ йыйып, ҡышын эҫкерт аҫтын көрәп, сана менән бесән ташып һәм башҡа һанап бөтөрә алмаҫлыҡ эштәр башҡарып үтә Нәфизәнең һуғыш йылдары. Иң мөһиме, Фәтхелбаяндың балалары барыһы ла иҫән ҡала.
Нәфизәгә лә яуаплыраҡ эштәр йөкләйҙәр: үлсәүсе, иген амбарында келәт мөдире, һуңынан ауыл магазинына һатыусы итеп ҡуялар. Ана шул һатыусы булып эшләгән ваҡытында, 1946 йылдың ҡышында, 19 ғына йәшлек ҡыҙ, өҫтөнә 11 мең һум «растрата» сығарылып, биш йылға хөкөм ителә. Ә 11 мең һум аҡса һуғыштан һуңғы ауыл магазинының бер йыллыҡ тауар әйләнешенә һис кенә лә тура килмәүе бер кемде лә борсомай.
Фәнирә апай әсәһе иҫтәлектәренән хәтерләүенсә, Благовар районында әсир немецтар төҙөгән хеҙмәт колонияһы була ул. Колонияның үҙенең пекарняһы, мал фермалары, баҡсалары, иген баҫыуҙары, дауаханаһы, тағы әллә нәмәләре була. Бында килеп етеү менән ҡаты һыуыҡ тейҙергән, ҡайғыһынан хәлһеҙләнгән Нәфизә туберкулез эләктереп, түшәккә йығыла. Бер йыл буйына урынынан да тора алмайынса, йәнә үлем менән көрәшә. Был юлы ла теше-тырнағы менән тормошҡа сат йәбешкән, һис кенә лә бирешергә теләмәгән Нәфизәгә Ғазраил тағы бирешә. Ҡыҙҙың бәхетенә колония табибы булып эшләгән ҡатын уны бик йәлләй, үҙ балаһы шикелле тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтыра һәм ныҡлап терелер өсөн яңы һауған һөт эсергә кәрәк тип, колония фермаһына үлсәүсе итеп урынлаштыра. Һуңынан Нәфизәнең уңғанлығын, тырышлығын күреп, фермаға мөдир итеп билдәләйҙәр. Бында ул бик күп һөнәрҙәрҙең асылына төшөнөп, рус телен байтаҡ үҙләштереп, биш йылдан һуң тыуған ауылына әйләнеп ҡайта.
Ауылының шул тиклем дә ныҡ «йонсоғанын», кешеләрҙең яртылаш ас, ауырыу булыуын күреп хайран ҡала. Ул колонияла саҡта өйҙәре туҙып емерелгән. Һуғышҡа тиклем өйгә тип аталары бурап ҡалдырған бура ла эҙһеҙ юғалған. Әсәһе башта балалары менән кеше өҫтөндә, аҙаҡ йәсленең иҫке кухня өйөндә йәшәп ята. Ҡул араһына ингән Вафый ҙа ФЗО-ға ебәрелеп, унан ҡайтмай ғына, Чукоткаға армияға оҙатылған була. Астан интеккән бәләкәй һеңлеһе Зәйнәптең ауыл буйлап бер нисә көн хәйер һорашып, саҡ иҫән ҡалыуын белгәс, ниндәй ауыр саҡтарында ла сыҙаған Нәфизә түгелеп, әрнеп илай.
Ауылдың ҡайһы бер уҫал телле кешеләре, «тюремщик» тигән мөһөр тағып, Нәфизәне йәнә бер «утҡа» һала. Үлемде еңгән ҡыҙ ауылдаштары тарафынан кәмһетелеүҙе ни тиклем ауыр кисерһә лә, бөгөлмәй, һиҙҙермәй, үҙенең белеме, ҡыйыулығы, саялығы менән үткәрә. Рус телен яҡшы ғына белеүе менән күптәргә документ-ҡағыҙҙар тултырырға ярҙамлаша, колхоздың мөһим участкаларында эшләй. Берәм-берәм Нажия менән Зәйнәп кейәүгә сыға, ҡустыһы Вафый ауылға ҡайта. Ул ҡайтыу менән, әсәһе менән өйгә аҙлап төҙөлөш материалы туплап, аҡса йыйып килгәнлектән, тиҙ генә яңы өй күтәреп ҡуялар.
Ер йөҙөнә килгән һәр кеше бәхетле булырға хаҡлы. Ҡайһы ғына ҡыҙ яратҡан кешеһе менән мәңгелек пар булып, ир ҡуйынында иркәләнеп, тупылдап торған балалар тыуҙырып, үҙ йорто, үҙ мәшәҡәте менән йәшәргә хыялланмай икән? Нәфизәнең дә шундай яратҡан кешеһе була. Ете йыл хәрби хеҙмәттә йөрөп ҡайтҡан ауылдашы Заһит, ата-әсәһенең улдарын «тюремщик» ҡыҙ менән ҡауыштырғыһы килмәгәнлеге менән килешмәй. Атаһының ризалығынан башҡа, Нәфизәһе менән ҡауыша. Йәштәр ҡыҙ өйөндә йәшәй башлай. Әммә ата-әсәһенең баҫымына түҙә алмайынса, Заһит Стәрлетамаҡҡа уҡырға сығып китә, бер нисә йылдан өйләнеп, ҡатыны менән тыуған ауылына ҡайтып төшә. Нәфизәнең ҡыҙы Фәнирә дүртенсе йәш менән киткән була...
Һағышын, әрнеүен, яңғыҙлығын эш менән баҫа Нәфизә. 1951 йылда колхоз районда беренселәрҙән булып йәшелсә баҡсаһы булдырыу тураһында ҡарар сығара. Был эш Нәфизәгә йөкмәтелә. Өс гектар майҙанды биләгән ер участкаһын ситән менән уратып алып, 15-әр метрлы ике теплица эшләп, йәшелсә үҫтерә башлайҙар. Алты йыл ошо баҡсала бригадир булып, колхозға оло табыш килтереүгә өлгәшә Нәфизә. Шунан өҫтөнә кейем-һалым, көнкүреш кәрәк-яраҡтары алыу өсөн Свердловск яғына, үҙе бригадир булып, 30-лап ҡатын-ҡыҙҙы туплап, торф сығарыуға йүнәлә ул. Унда ла яҡшы хеҙмәт күрһәткестәренә ирешеп, эш миҙгеле бөткәс, бүләккә тегеү машинаһы алып, кейемлек аҡса туплап, тыуған яғына ҡайтып төшә.
1956 йылда “Кама” колхозына Яңы Таҙлар ауылы ла ҡушылып, “Правда” колхозы барлыҡҡа килә. Ике колхоз берләшкәс, колхоз үҙәгендәге ауылға үҙ һөт заводы кәрәк була. Бар эшкә лә ирҙәрҙәй тәүәккәллек, теүәллек менән тотонған, башҡаларҙан да шуны талап иткән Нәфизә Фәтхелбаян ҡыҙына колхоз етәкселеге ошо заводты төҙөтөүҙе лә ышанып тапшыра. Төҙөлөштө үҙ ҡулына алып, кәрәкле ҡоролмаларҙы йүнәтеп ҡайтарып, урынлаштырып, үҙе шуның буйынса уҡып та ҡайтып, тейешле белгестәр, эшселәр туплап, бер йыл тигәндә заводты эшләтеп тә ебәрә Нәфизә. Киҙгән, Ҡасияр, Шишмә-Борай, Үтәгән, Баҡалы, Иҫке Таҙлар, Яңы Таҙлар ауылдарынан һөт килтерелә. Завод Яңы Таҙларҙа булғас, бирелә өй һалып, әсәһе менән ҡыҙын алып, Иҫке Таҙларҙан күсенеп килә. Оҙаҡ йылдар һөт заводында етәксе булып эшләй ул. Юғары сифатлы продукция эшләп сығарыу өсөн күп көс һала. Төп вазифаһынан тыш йәмәғәт эшендә лә “ҡайнап” йәшәй: ауыл Советының бер нисә саҡырылыш депутаты була, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Колхозсыларҙың бер генә үтенесен лә яуапһыҙ ҡалдырмай, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, йөрөй, таба. Кәрәк саҡта етәкселәргә мөрәжәғәт итергә лә ҡурыҡмай. Ауылдаштары уны хөрмәт итеп, уға ышаныс менән йәшәй.
Унан тирә-яҡ ауылдар кибеттәрендә мөдир булып эшләй. 1971 йылдан район үҙәге Борайҙа йәшәй. Һуғыштан инвалид булып ҡайтҡан Нурихан Әхмәтйәновҡа кейәүгә сығып, 37 йыл матур ғүмер итәләр. Борайға күскәс, лайыҡлы ялға сыҡҡансы район төҙөлөш ойошмаһында кассир була.
Хәҙер мәҡәләмдең башында исеменең аңлатмаһын яҙып үткән урынды иҫкә төшөрәйек. Ысынлап та, кешеләргә файҙа килтереүсе бит мәҡәлә геройым. Бар ғүмерен ул әсәһенә, туғандарына, ҡыҙына, тыуған ауылына, ауылдаштарына бағышлаған. Бөгөн Нәфизә әбей ҡыҙы Фәнирә тәрбиәһендә, ейәндәре Гөлнара һәм Ирек, бүлә-бүләсәрҙәре Зарина, Алмаз һәм Каринаның бәхет-шатлыҡтарына, уңыштарына һөйөнөп бәхетле ғүмер кисерә.
— Элеккеләрҙе уйлаһам, хәҙер бигерәк тормош яҡшы бит, ҡыҙым. Бөтә нәмә бар: ашайым тиһәң — ашарыңа, кейәм тиһәң — кейеме. Беҙ сабатаны ла ямап кейҙек, юҡтан бар яһаныҡ. Хәҙерге заман кешеләре осонмаһын ине, шөкөр итә белһендәр. Булғанына риза була белергә кәрәк, — ти Нәфизә әбей.
"Оҙон ғүмерле булыуҙың сере нимәлә икән", тип һораным үҙенән сәй табынына ултырғас.
— Аллаһы Тәғәлә мине йәлләгәндер ул, балам. Күрһен әле был яҡшы, рәхәт тормошто, тигәндер. Шөкөр, бик рәхәт йәшәйем. Бигерәк бәхетле кеше мин. Ҡыҙым бешергән тәмле-татлы ризыҡтарҙы теләк менән ашайым, йылы, йомшаҡ урында тәмләп йоҡлайым. Ейәндәрем нәнәй тип өҙөлөп тора. Ейәндәрҙең балалары айырыуса татлы, ҡәҙерле. Уҡыуҙарында имтихан бирәһе көндәре, берәй һынау үтәһе ваҡыттары булһа, доғаларымды уҡып, теләктәремде теләйем. Һәр саҡ һөйөндөрөп кенә торалар үҙҙәре, күҙҙәр теймәһен, — тип яуап бирҙе ул минең һорауыма.
Ә мин уның оҙон ғүмерле булыуын һәр саҡ кешеләргә ярҙам итеүенән, ниндәй генә ауыр ваҡыттары булмаһын, кешелекле, кеселекле, яҡшы күңелле булып ҡала белеүенәндер, тип ышанам. Хушлашҡанда Нәфизә әбей донъялар тыныс булһын, бар кешелеккә именлек, муллыҡ, яҡшылыҡ теләп доға ҡылды һәм арҡамдан һөйөп, изге теләктәрен теләне. Таяғына таянып, ишек төбөнә тиклем оҙатып та ҡуйҙы. Ҡулдары йомшаҡ, йылы, күҙҙәре көлөп торған Нәфизә әбей янынан сығып китке лә килмәй торҙо әле.
Венера Арысланова.
Борай районы.