Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
13 Июля , 11:50

Яғыулыҡҡа бәйле хәл йәнә ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра

Мәсьәлә властың ныҡлы контроленә алынды.

Яғыулыҡҡа бәйле хәл йәнә ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыраЯғыулыҡҡа бәйле хәл йәнә ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра
Яғыулыҡҡа бәйле хәл йәнә ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра

Башҡортостанда яғыулыҡ баҙарындағы хәл халыҡты ныҡ борсой һәм ҙур ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

– Уҙған аҙнала беҙ бензин заправкаларын тәьмин итеү өсөн тейешле саралар күрҙек. Трассаларҙаҙур ҡалаларҙа һәм ҡасабаларҙа, Өфөлә хәлде тотороҡландырҙыҡ, әммә алыҫ райондарҙағы, шулай уҡ бер нисә ауыл биләмәһендәге хәл ныҡ борсой. Илшат Илдус улы, һеҙгә был эш менән әүҙем шөғөлләнергә кәрәк. Хәҙер ураҡ башланырға тора, ҡайһы бер ауыл заправкаларында дизель юҡ. Ә бөгөн иртән миңә Өфө тирәһендәге ҡайһы бер заправкаларҙа бензин юҡлығы хаҡында хәбәр иттеләр. Дизель бар кеүек, ә бензин юҡ. Хәҙер беҙгә был хәлде айырым контролдә тоторға, ял итмәҫкә кәрәк. Параллель рәүештә террористик һөжүмдәрҙән һаҡланырға. Яҡын аралағы оператив штабта предприятиеларҙың пассив һәм әүҙем хәүефһеҙлеген артабан көсәйтеү тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Был эште иртәнән кискә тиклем башҡарырға кәрәк, әле кешеләрҙе ошо ныҡ борсой. Сәғәттән ашыу заправкала тороу яҡшы түгел, – тине Радий Хәбиров.

Вице-премьер — сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев хәбәр итеүенсә, әле халыҡтың социаль ихтыяждарын тәьмин итеү, шулай уҡ ашығыс һәм коммуналь хеҙмәттәр эше өҫтөнлөклө.

– Оперштабта канистрҙарға һәм башҡа һауыттарға яғыулыҡ һатыуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Контроль өсөн яғыулыҡтың күпме ҡалыуын һәм яғыулыҡ ҡойоу урындарында сираттарҙы күҙәтеү ойошторолған. Иң көсөргәнешле хәл 26-28 июндә күҙәтелде — мәҫәлән, Өфөлә һәр заправкала уртаса 50 машина сиратта торҙо. Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Күмертауҙа хәл ҡатмарлы булды, әммә бер нисә ҡарарҙан һуң хәл яйға һалынды. 7 июлгә Өфөлә бер АЗС-та 10 самаһы машина сиратта торҙоҘур ҡалаларҙа һәм күпселек муниципалитеттарҙа хәл тотороҡлана, — тине ул.

Әммә, вице-премьер белдереүенсә, 10 июлдән йәнә яғыулыҡ станцияларында машиналар артҡан.

– Тәүге көндәрҙәге хәл түгел, тик барыбер көсөргәнеш бар. Был шәхси АЗС селтәрҙәренең биржала яғыулыҡ һатып алыу менән проблемалары булыуына бәйле, шуға күрә ул компанияларҙың АЗС-тары ябыҡ. Ситуацияға шулай уҡ “ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт”тың логистик ҡатмарлыҡтар арҡаһында үҙенең заправкаларында физик шәхестәргә бензин биреүҙе кәметеүе лә йоғонто яһай. Республика райондарында хәлде республика власть органдары һәм муниципаль хакимиәттәр менән берлектә контролдә тотабыҙ, — тип белдерҙе Александр Шелдяев.

Башҡортостан Башлығы идара итеү командаһына ҙур нефть эшкәртеү заводтары менән тығыҙ эш алып барырға ҡушты.

Республика Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская мәғлүмәттәре буйынса, республика халҡын борсоған иң ҡатмарлы, иң көсөргәнешле һәм көнүҙәк тема — ауыл хужалығында яғыулыҡ менән бәйле хәл.

– Урта һәм эре компаниялар яғыулыҡ менән тәьмин ителгән, АЗС-та яғыулыҡ тултырған шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ғына ҡала. 12 нефть базаһы беҙгә күмәртәләп яғыулыҡ ебәрә, – тине вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Автор:
Читайте нас