Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
13 Июля , 10:15

Спорт, батырлыҡ һәм хәтер

Солтанбәк ауылындағы "Сарс" лагерында икенсе сменаның һуңғы көнө  ысын мәғәнәһендә иҫтә ҡалырлыҡ була.

Спорт, батырлыҡ һәм хәтерСпорт, батырлыҡ һәм хәтер
Спорт, батырлыҡ һәм хәтер

Асҡын Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Йәүхәт  Шәйәхмәтов балалар өсөн ысын спорт байрамы ойоштора. Ҡыҙҙар һәм малайҙар төрлө спорт ярыштарында үҙҙәренең  көс һәм оҫталыҡ күрһәтә, сыҙамлыҡ һәм характерын да тикшерә.

Иң етеҙҙәр һәм зиәктәр грамоталар менән бүләкләнә.

Көндөң илһөйәрлек менән һуғарылған  икенсе өлөшө айырыуса  күңелгә үтеп инерлек була. Афған һуғышында ҡатнашыусы Йәүхәт Раил улы  балалар менән батырлыҡ дәресе үткәрә. Яугир ветеран  ял итеүселәргә  үҙенең хеҙмәте,  хәрби туғанлыҡ, ауырлыҡтар һәм хәрби антҡа тоғролоҡ һаҡлауҙың мөһимлеге тураһында һөйләй. Уның хәтирәләрен балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлап, һорауҙар бирә.

Был көн  сағыу ваҡиғаларға бай булып, күңелле һәм файҙалыүтә. Смена сағыу тамамлана, балаларҙа күңелле хәтирәләр генә түгел, ә Тыуған илде һаҡлаусылар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо ла ҡала.

 

Спорт, батырлыҡ һәм хәтер
Спорт, батырлыҡ һәм хәтер
Спорт, батырлыҡ һәм хәтер
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас