Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
13 Июля , 07:10

"Эй, Раббым! Эшебеҙҙә еңеллек бир"

Яңы аҙнаны ошо доға менән башлайыҡ.

"Эй, Раббым! Эшебеҙҙә еңеллек бир""Эй, Раббым! Эшебеҙҙә еңеллек бир"
"Эй, Раббым! Эшебеҙҙә еңеллек бир"

Һәр эш изге ниәттән башлана. Шулай уҡ һәр көнгә, һәр аҙнаға, йылға матур теләктәр менән аяҡ баҫыу – ырыҫ-бәрәкәткә юл.

Сираттағы яңы аҙнабыҙҙы ла доғалар әйтеп ҡаршылайыҡ. Һеҙҙең өсөн эш башлағанда уҡый торған доғаларҙың береһен тәҡдим итәбеҙ.

“Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим. Раббәнәа әәтинәә мин ләдүнкә рахмәтән үә һәййи ләнәә мин әмринәәрашәдәә. Раббишрах лии садрии үә йәссир лии әмрии Раббии йәссир үә ләә туғәссир Раббии тәммим бил-хайир”.

Мәғәнәһе:

“Эй, Раббыбыҙ! Беҙҙе Үҙеңдең рәхмәтеңә өлгәштер, эшебеҙҙә еңеллек бир. Раббым! Ауырлыҡ бирмә, эшебеҙҙе уңышлы тамамларға насип ит.

Аҙнабыҙ имен, тыныс үтһен, иншаллаһ!

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас