

Борай районында 10 июлдә 100 йәшлек юбилярҙы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Заһит Әхтәриевты тәбрикләнеләр.
Заһит Рәхимйән улы 1926 йылдың 10 июлендә Борай районының Ҡоҙаш ауылында тыуған. 1943-1944 йылдарҙа Ҡытай-Корея сигендә Хәсәнкүл күле янында кесе сержант булып хеҙмәт итә. 1944 йылдың авгусында Сейсек ҡалаһын штурмлауҙа, һуңынан Канко ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша.
1947 йылда совет ғәскәрҙәре Кореянан сыға. 1950 йылдың 1 апреленә тиклем ул артиллерия полкында разведчик була. 1950 йылдың сентябрендә демобилизациялана һәм тыуған яғына ҡайта. Һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн ветеран «Кореяны азат иткән өсөн», «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Уны һөйгән ҡыҙы Нәфисә көтөп ала һәм ғүмере буйы уға тоғро тормош иптәше була. Ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә улар.
Тыныс ваҡытта йөҙйәшәр яҡташыбыҙ район мәнфәғәте өсөн көс түгә: ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләй, ауыл советы рәйесе, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинаты директоры һәм колхозда агроном була.
Заһит Рәхимйән улы әле лә әүҙем һәм шат күңелле кеше булып ҡала: баҡса эштәре менән шөғөлләнә, ауыл тормошонда ҡатнаша, мәсеткә йөрөй, ейәндәре һәм бүләләре менән аралаша, тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев.
Ләйсән Закирова