Йәнтөйәк
+22 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
13 Июля , 04:25

Башҡортостанда оло йәштәгеләргә 3200 һумлыҡ социаль сертификаттар тапшырыла

Башҡортостанда  «көмөш йәштәге» кешеләр өсөн 3200 һумлыҡ социаль сертификаттар тапшырыу башлана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Башҡортостанда оло йәштәгеләргә 3200 һумлыҡ социаль сертификаттар тапшырылаБашҡортостанда оло йәштәгеләргә 3200 һумлыҡ социаль сертификаттар тапшырыла
Башҡортостанда оло йәштәгеләргә 3200 һумлыҡ социаль сертификаттар тапшырыла
 
 

10 июлдә республикала «көмөш йәштәге» кешеләр өсөн 3200 һумлыҡ социаль сертификаттар тапшырыу башлана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Сара «Ғаилә» милли проектының «Өлкән быуын» төбәк проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Төп маҡсат – оҙон ғүмерлеләрҙең әүҙемлеген һәм һаулығын һаҡлау.

Сертификаттарҙы белем биреү, физкультура-һауыҡтырыу һәм ял итеү программаларында ҡатнашыу өсөн файҙаланырға мөмкин. был сертификаттар сират буйынса бирелә. 

Сертификат алыу мәсьәләләре буйынса берҙәм бәйләнеш үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8-800-100-00-01.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда июль аҙағына тиклем 65 йәштән өлкән граждандар диспансеризация үтергә мөмкин.

Гөлфиә Акулова.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-07-09/bash-ortostanda-olo-y-sht-gel-rg-3200-umly-sotsial-sertifikattar-tapshyryu-bashlana-4658741

Автор:
Читайте нас