

Проект Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев етәкселегендә ойошторолған эш төркөмө тарафынан тормошҡа ашырыла. Уның составына дәүләт власы органдары, фән һәм мәғариф учреждениелары, мәҙәниәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары, китап нәшриәттәре, китапханалар, музейҙар, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма, шулай уҡ тел әүҙемселәре инде.
Эш төркөмөнөң төп маҡсаты — башҡорт теле һәм мәҙәниәте буйынса текст, аудио һәм визуаль материалдарҙан торған сифатлы датасеттар булдырыу. Был мәғлүмәттәр киләсәктә яһалма аң моделдәрен башҡорт телендә һөйләшергә, уны аңларға, тәржемә итергә, шулай уҡ халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен һәм традицияларын дөрөҫ сағылдырырға өйрәтеү өсөн файҙаланыласаҡ.
Проекттың тәүге һөҙөмтәһе лә донъя күрҙе: башҡорт һәм рус телдәрендәге текстар менән тәьмин ителгән тауышландырылған аудиокитаптар датасеты баҫылып сыҡты (https://huggingface.co/datasets/bashkorttele/narrated-audiobooks-brsbs). Унда 14 әҫәрҙән торған 476 аудиояҙма урын алған. Улар араһында «Аҡбуҙат», «Алдар менән Зөһрә» эпостары, Мифтахетдин Аҡмулла шиғырҙары һәм башҡа классик әҫәрҙәр бар. Барлыҡ материалдар ҙа законлы нигеҙҙә, йәмәғәт милке булған сығанаҡтарҙан әҙерләнгән.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова билдәләүенсә, бөгөнгө көндә телде һаҡлауҙың иң мөһим шарттарының береһе — уның цифрлы технологияларҙа тулы күләмдә ҡулланылыуы. «Тел йәшәһен өсөн ул заман менән бергә атларға тейеш. Бөгөн яһалма аң көндәлек тормошҡа әүҙем үтеп инә, шуға күрә башҡорт теле лә ошо процестың тулы хоҡуҡлы өлөшө булырға тейеш. Әгәр беҙ бөгөн башҡорт теле өсөн сифатлы цифрлы нигеҙ булдырһаҡ, киләсәктә нейроселтәрҙәр башҡортса дөрөҫ һөйләшәсәк, аңлаясаҡ, тәржемә итәсәк һәм мәҙәниәтебеҙҙе дөрөҫ сағылдырасаҡ. Был телебеҙҙең киләсәгенә һалынған инвестиция», — тине ГөлназЙосопова.
Проектта ҡатнашыусы программист Айгиз Ҡунафин: «Был эштең әһәмиәте бик ҙур. Элек башҡорт телен яһалма аң технологияларына яраҡлаштырыу менән нигеҙҙә айырым энтузиастар ғына шөғөлләнде. Ресурстарыбыҙ аҙ булды, шуға күрә тел әүҙемселәре материалдарҙы мөмкин булған һәр ерҙән йыйҙы, булғанын ҡулланды. Хәҙер иһә был эш тәүге тапҡыр үҙәкләштерелгән рәүештә ойошторола. Беҙ әҙер архивтар менән эшләй алабыҙ, уларҙы системалаштырабыҙ, материалдарҙың сифатын тикшерәбеҙ һәм датасеттарға ниндәй мәғлүмәт индерелеүен тулыһынса контролдә тота алабыҙ. Был эште күпкә тиҙерәк һәм сифатлыраҡ башҡарырға мөмкинлек бирә.
Асылда, Башҡортостан бөгөн был өлкәлә тәүге юл ярыусыларҙың береһе булып тора. Беҙ дәүләт органдары, фәнни ойошмалар, мәҙәниәт учреждениелары һәм тел әүҙемселәре ҡатнашлығында яһалма аң өсөн тел мәғлүмәттәрен әҙерләү буйынса системалы эште нисек ойошторорға мөмки никәнен күрһәтәбеҙ. Ышанам, был тәжрибә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса файҙалы өлгө буласаҡ».
Белгестәр фекеренсә, авторлыҡ хоҡуҡтарын законлы рәүештә көйләү һәм мәғлүмәттәрҙе рәсмиләштереү буйынса башҡарылған эштәр киләсәктә башҡорт телендәге яңы цифрлы сервистарҙы, тауыш ярҙамсыларын, автоматик тәржемә системаларын һәм белем биреү платформаларын булдырыуға нигеҙ буласаҡ.
Башҡортостандың был тәжрибәһе Рәсәйҙең башҡа милли республикалары һәм туған телдәрҙе үҫтереү менән шөғөлләнгән ойошмалар өсөн дә өлгө булыр, тип көтөлә.