

Махсус хәрби операция биләмәһендә Башҡортостандан “Аладдин” позывнойлы 22 йәшлек егет БПЛА операторы булып хеҙмәт итә. Уның хаҡында Рәсәй Оборона министрлығының “Красная звезда” гәзите яҙып сыҡты.
“Аладдин” сығышы менән Нефтекама ҡалаһынан. Әйтеүенсә, ул хеҙмәт иткән полкта Башҡортостандан килгәндәр байтаҡ.
Яҡташыбыҙ бала саҡтан хәрби булырға хыяллана. Спорт менән әүҙем шөғөлләнә, тирҙа, пейнтболда атырға ярата. Үҫмер саҡта туплаған оҫталығы артабан хәрби хеҙмәттә лә ярҙам итә. Мәктәптән һуң юрист һөнәренә уҡырға инә, ләкин махсус хәрби операция башланғас ҡарары үҙгәрә. Былтыр сентябрҙә “Аладдин” Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Ата-әсәһе улдарының ҡарарын ҡабул итә.
- Һуңынан да уҡып бөтөрмөн, ваҡыт булыр. Бында әле кәрәкмен. Биш йылдан түгел. “Был миңә ҡағылмай” тигән егеттәрҙе аңламайым. Рәсәй әсәйең һымаҡ ҡәҙерле булырға тейеш. Бөгөн уға хәүеф янай. Ир кеше тәү сиратта һаҡсы булырға тейеш. Минең олатайым да, ҡарт олатайым да шулай уйлаған. Үҙем дә ошондай фекерҙә. "Мине барыһы ла ситләтеп үтер” тип телефоныңа текәлеп ултырһаң, бәлә тупһаңа килеп етер. Ул ваҡытта һуң булыр, - ти егет.
Тәүге хәрби сынығыуҙы “Аладдин” һөжүм подразделениеһында ала. Ҡыш ул етәкселек иткән төркөмгә урман һыҙатында дошмандарҙың нығынған пунктын алыу бурысы ҡуйыла. Тәүге көндә үк тәғәйенләнгән пунктты яулау мөмкин булмаһа ла, был рейд арҡаһында дошмандың ут нөктәләре асыҡлана. Һөҙөмтәлә беҙҙең подразделениелар бер нисә көндән уларҙы юҡ итә. Был батырлығы өсөн “Аладдин” Жуков миҙалы менән наградлана.
Госпиталдә дауаланғандан һуң яҡташыбыҙҙы эвакуация һәм боеприпастар ташыу төркөмөнә күсерәләр. Бөгөн ул полкта БПЛА операторы һөнәрен үҙләштерә. Уҡыған сағында компьютер симуляторҙары, уйындар ҙа ярҙам итә. Коптерҙарға идара иткәндә бармаҡтарҙың моторикаһы, фекерләү ҡеүәһе лә булышлыҡ итә.
- Был бөтөнләй икенсе донъя, йыһан. Күпкә ҡыҙыҡлыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ. Уҡытыуҙы беҙҙең полк инструкторҙары, МХО-ла ҙур хәрби тәжрибәһе булған ир-егеттәр алып бара. Барыһын да аңлайышлы итеп төшөндөрәләр, - тип һөйләне ул.
Хәҙер “Аладдин”дың маҡсаты - хәрби училищеға уҡырға инеү һәм офицер булыу.
Сығанаҡ: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.