

Эй, Раббым, әлхәмдүллилләһ, тип, Һиңә рәхмәттәремде әйтәм, был ҡараңғы төндәремде лә иҫән-һау уҙғарырға насип иттең! Инде был яҡты көндәремә лә бер Һиңә гена тәүәккәллек ҡылып, бер Һинең генә рәхим-шәфҡәттәреңә өмөтләнеп, бер Һинең генә риза-бәхиллегеңде алыу өсөн инәм!
Эй, Раббым, был яҡты көндәремде хәйерле итеп уҙғарырға насип ит! Был яҡты көндәремде һәм ҡалған ғүмерҙәремде Һинең яратҡан ҡолоң булып, йәннәттәреңә инерлек изгелектәр эшләп, дөрөҫ һәм даими, ҡабул булырлыҡ ғибәҙәттәр ҡылып, ныҡлы иман менән, тыныс күңел менән, һау-сәләмәт уҙғарырға насип ит!
Эй, ғәзиз Раббым Аллаһ! Был яҡты көндәремде һәм ҡалған ғүмерҙәремде сауаплы ғәмәлдәр ҡылып, файҙалы хеҙмәттәр менән, хәйерле хәләл ризыҡтар һәм бәрәкәттәр менән уҙғарырға насип ит!
Ҡаты сир-зәхмәттәрҙән һаҡла, тилмереп кеше ҡулдарына ҡалыуҙан һаҡла, яман сирҙәрҙән, яман һүҙҙәрҙән, яман телдәрҙән, яман күҙҙәрҙән һаҡла! Кәм-хур булып, кеше аяҡ аҫтарына төшөүҙән, насар яҡтан кеше телдәренә кереүҙән һаҡла!
Эй, Раббым, ҡаты фәҡирлекән һаҡла, аслыҡтан-яланғаслыҡтан һаҡла, янып-бешеүҙәрҙән, туңыу-өшөүҙәрҙән һаҡла!
Эй, Раббым Аллаһ, ғаиләмә именлек бир, балаларыма бәхет-тәүфиҡ бир, туғандарым менән татыулыҡта йәшәргә насип ит! Үҙемде, ғаиләмде, балаларымды, нәҫелемде яуыз бәндәләрҙең яуыз ниәт-ғәмәлдәренән, зыян-зәхмәттәренән мәкер-золомдарынан һаҡла!
Ҡафырҙарға, әҙәми шайтандарға беҙҙең ирегебеҙҙе сикләргә юл ҡуйма, төрмә ғазаптарынан һаҡла! Ҡайҙа ғына барһам да, ни генә эшләһәм дә, бары тик Һинең ризалығыңды алырлыҡ ғәмәл-ғибәҙәттәр ҡылырға насип ит, алдашыу-һаташыуҙарҙан, һәләкәт-фажиғәләрҙән һаҡла!
Көтөлмәгән ҡайғы-хәсрәттәрҙән, ҡапыл килгән бәлә-ҡазаларҙан һаҡла!
Эй, Раббым, балаларымдың ҡайғы-хәсрәттәрен күрһәтмә, балаларымды харамдан һаҡла, уларҙы ҡәбер ғазаптарынан, йәһәннәм уттарынан һаҡла!
Эй, Раббым, үҙемдән һуң хәйерле дауамсылар һәм доғасылар ҡалдырырға насип ит!
Эй, Раббым, ҡайҙарға ғына барһам да, мине яҡшы кешеләр, ярҙамсыл бәндәләр, тәүхид эйәләре менән осраштыр, яуыздарҙан, әҙәми шайтандарҙан, ҡафырҙарҙан, монафиҡ-мөшриктәрҙән, көнсөлдәрҙән, ҡараҡтарҙан, әхләҡһыҙҙарҙан һаҡла! Был донъяла ла, әхирәт көнөндә лә мине тәүхид эйәләре менән бергә ҡуй! Динемә ширк һәм бидәғәт индереүҙән һаҡла!
Рыянан һаҡла, холҡомдағы насар сифаттарҙан арынырға ярҙам ит, күркәм холоҡ бир, нимә генә булһа ла, сабырлыҡтар бир!! Нурлы йөҙ, тура тел, йомшаҡ күңел, хәйерле ғүмер, ныҡлы иман бир! Һинең рәхмәттәреңә тағы ла яҡынайырлыҡ сауаплы ғәмәлдәр ҡылырға насип ит, эй, Раббым Аллаһ, ике донъяның да һиҙәйәтен насип ит!
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.