Йәнтөйәк
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
10 Июля , 07:00

Йәйҙең икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?

Был фараз бер ҙә ҡыуандырмай...

Йәйҙең икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?Йәйҙең икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?
Йәйҙең икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?

Башҡортостанда синоптик хәлде көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа һуҙылған фронталь бүлек билдәләй. Тап уның арҡаһында республика биләмәһендә аяҙлы-болотло һауа торошо, көслө ҡойма ямғырҙар, урыны менән йәшенле ямғырҙар яуа. Шул уҡ ваҡытта йәй уртаһына яҡынлаша. Синоптиктар йәйҙең икенсе яртыһын нисек күрә?

Башгидромет синоптиктары иҫәпләүенсә, Башҡортостанда тағы бер нисә көн көндөҙгө һауа температураһы +30, +32 градусҡаса эҫе торасаҡ. Һуңынан һалҡын һауа торошо килә.

“Фобос” үҙәге синоптиктары фаразлауынса, Башҡортостанда йәй аҙағына тиклем аномаль эҫелек фаразланмай. Әммә ҡыҫҡа ваҡытҡа температураның күтәрелеүе мөмкин. Мәҫәлән, 24 һәм 25 июлдә +30 градусҡа тиклем етер тип көтөлә. Августа иһә ямғыр яуасаҡ. Һауа температураһы юғары булмаясаҡ. Айҙың уртаһында ғына ҡайһы бер көндәрҙә +27, +28 градус булыуы көтөлә.

Фото: Наилә Имаева. 

Автор:
Читайте нас